Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының “Ҡояшҡай” лагеры 28 майҙа уҡ уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асты.
Лагерҙы асыу сараһы сағыу тамаша менән башланды, уҡыусылар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, флешмоб ойошторолдо. Гимназия директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимова барыһын да йәйге ял менән ҡотланы, лагерь хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға матур, күңелле, хәүефһеҙ ял теләне. Лагерь начальнигы Гөлфинә Әнүәр ҡыҙы Ҡорманова лагерға180 бала йөрөйәсәге, 9 отряд эшләйәсәге тураһында хәбәр итте.
Уҡыусылар һәм лагерь хеҙмәткәрҙәре быйыл һәр төркөмгә башҡорт ырыуы исемен бирергә тип кәңәшләште. Ҡыҙҙар һәм малайҙар отрядтарға бүленеп, һәр отряд үҙенә ырыу исеме һайланы, үҙенең йырын, тамғаһын, девизын уйланы. Шулай итеп, “Ҡояшҡай”ҙа “Ҡыпсаҡ”, “Үҫәргән”, “Тамъян”, “Мең”, “Юрматы”, “Табын”, “Ғәйнә”, “Ҡатай”, “Бөрйән” ырыуҙары барлыҡҡа килде.
Балаларҙың лагерҙағы көндәре иртәнге зарядканан башланып китә. Иртәнге аштан һуң уларҙы төрлө иҫтәлекле сәйәхәт, хәрәкәтле уйындар, мауыҡтырғыс саралар, конкурстар көтә. Өлкән тәрбиәсе Фәнилә Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина тарафынан төҙөлгән план буйынса һәр көн бер темаға бағышлана. Тәүге көндәрҙә “Ҡыҙыҡлы уйын көнө”, “Башҡорт теле көнө”, “Баласаҡ иле көнө”, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнө”, “Милли уйындар көнө”, “Тарих көнө”, “Рус теле көнө” ойошторолдо.
Саралар өсөн яуаплы тәрбиәселәр ошо тематик көндәргә ярашлы мауыҡтырғыс уйындар, төрлө ярыштар ойошторҙо. Әйтәйек, “Башҡорт теле көнө”ндә балалар лагерға милли кейемдә килде, башҡорт телендә йырҙар йырланы, уйындар уйнаны.
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө “Баласаҡ иле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө балалар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны, тәрбиәселәр менән бергә Зәйнәб Биишева паркында ойошторолған сарала ҡатнашты. “Тарих көнө”, “Милли уйындар көнө”, “Рус теле көнө” лә уҡыусылар өсөн фәһемле, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Барыһы ла сараларҙан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Уҡыусыларҙы төрлө яҡтан үҫешкән, алдынғы ҡарашлы, тыуған яғына иғтибарлы, ихтирамлы, илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләү мәктәп яны лагеры эше барышында ла дауам итә. “Ҡояшҡай” лагеры тәрбиәләнеүселәре Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәт ауылында урынлашҡан йорт-музейға барҙылар. Шулай уҡ Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булып, бик сағыу хис-тойғолар менән янып ҡайттылар.
Йәйге каникулдар, бер яҡтан, иң ҡыуаныслы мәл булһа, икенсе яҡтан, ата-әсәләр өсөн иң хәүефле айҙар һанала. Мәктәптәге кеүек ойошҡан тормош туҡталып, балаларға йәйге осорға яраҡлашырға кәрәк. Уларҙың ата-әсә иғтибарынан ситтә ҡалыуы бик тә хәүефле. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе, мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғалары, янғын сығыу һәм башҡалар йәйге каникулдар мәленә тура килә. Шуға ла балаларҙың хәүефһеҙлеге - юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр менән осрашыуҙар үткәрелде, төрлө саралар ойошторолдо.
Балаларҙы артабан да ҡыҙыҡлы һәм күңелле ялдар көтә! Улар һаулыҡтарын нығытып, һәләттәрен асып, матур ял итеп, яңы дуҫтар табып тараласаҡ тип ышанабыҙ. Иң мөһиме - каникулды файҙалы һәм именлектә, һау-сәләмәт үткәрергә яҙһын!
Альбина МАЛИКОВА, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.