Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Май 2025, 14:50

Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы

Ошо хәҡиҡәт район хакимиәтендә уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк һәм төбәк-ара этабы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында тағы ла бер тапҡыр раҫланды. Һәләтле балаларҙың, уларҙың уҡытыусыларының күңелен үҫтереүгә йүнәлтелгән был тантана беҙҙә тәүге тапҡыр уҙғарылды һәм ул йыл һайын ойоштороласаҡ тип вәғәҙә бирҙеләр.

Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы
Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы

- Беҙҙең уҡыусыларҙың төрлө кимәлдә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүе бик ҡыуаныслы хәл. Тиҙҙән уҡыу йылы тамамлана, күптәрегеҙгә уҡыу йортон, үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр һайларға һәм киләсәктә үҙ эшеңдең оҫтаһы булырға кәрәк.

Ихлас йөрәктән һәр берегеҙ өсөн бик шатмын, балалар менән шөғөлләнгән, уның өсөн ваҡыт тапҡан һәм юғары һөҙөмтәләргә алып килгән  уҡытыусыларға, балаларын ҡеүәтләп торған, ауыр минуттарҙа ярҙам иткән ата-әсәләргә бик рәхмәтлемен, - тине район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин йыйылыусыларҙы уңыштары менән тәбрикләп. 

- Беҙҙе илдә һәләтле балаларҙы асыҡлауҙың өҫтөнлөклө күрһәткесе булып уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тора, ул йыл һайын 24 предмет буйынса уҙғарыла. Әлеге ваҡытта был иң ҙур интеллектуаль ярыш. Ағымдағы уҡыу йылында мәктәп этабында 1726 уҡыусы ҡатнашты, уның 999-ы - еңеүсе һәм призер, муниципаль кимәлдә 7-11 класс уҡыусылары араһында 1116 уҡыусы (был дөйөм иҫәптең 84 проценты) көс һынашты, уларҙың 57-һе еңеүсе һәм 215-е призер булды. Төбәк этапҡа 49 кеше саҡырылды (былтырғы уҡыу йылында 20), уларҙың 23-ө призер исеменә лайыҡ булды, - тип билдәләне мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов. – Бөгөн был залға беҙҙең муниципалитетты данлаусылар йыйылды. Һәләтле ҡыҙҙар егеттәр тураһында һөйләп үтәм. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Данир Зәйнетдинов беҙҙең ғорурлыҡ, ул 7-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, өс предмет – астрономия, информатика һәм физика буйынса төбәк этабында призер булды, Струве исемендәге астрономия буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында 2-се дәрәжә призер исеменә лайыҡ булды. Июндә ул Башҡортостандың йыйылма командаһы составында республика данын Келдыш исемендәге олимпиадала яҡлаясаҡ. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары Мирослава Коротова, Екатерина Горбунова һәм 11-се класс уҡыусыһы Карина Мысырғәлиналар өс йыл рәттән республика этабында призер булдылар. М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Динар Әбйәлилов география буйынса өс йыл рәттән һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Гимназияның 8-се класс уҡыусыһы Иҙел Исҡужин төбәк этабында уңышлы сығыш яһаны, ул өс предмет буйынса ҡатнашып, уның икәүһе буйынса (география һәм хоҡуҡ) призер исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Йомағужа 2-се урта мәктәбенән Денис Ямтиевты билдәләп үткем килә, ул өс предмет буйынса ҡатнашып, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса призерҙар исемлегенә инде. Күгәрсен урта мәктәбе уҡыусыһы Лиана Китикова - башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы призеры. Сәйетҡол мәктәбенән Артур Айытҡолов иң-иңдәрҙең береһе булды, ул Мәскәү ҡалаһында үткән йомғаҡлау этабында “Хоҡуҡ” фәне буйынса еңеүсе булды.   

Күп йылдар дауамында уҡытыусылар ошо планканы тотоп килә, беҙ уларҙы ла бөгөн тәбрикләйбеҙ.  Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы балаларҙың юғары белем кимәлен, уларҙың педагогтарының һөнәри оҫталығын, мәғариф учреждениеларында эштең ойошторолоуын күрһәтте, - тине Рәсүл Радик улы.  

Марат Сәлим улы юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларға тырышлыҡтары, ныҡышмалыҡтары һәм маҡсатҡа ынтылыштары өсөн рәхмәт хаттары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Был тантаналы көндө район етәксеһе ҡулынан рәхмәт хаттарын М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары: Динар Әбйәлилов, Ярослав Инчин, Иҙел Исҡужин, Ғәләүетдин Низамов; Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Зәлиә Абдрахманова, Руслан Алсынбаев, Илмир Бикбаев, Екатерина Горбунова, Динислам Емилов, Данир Зәйнетдинов, Дарья Инчина, Юлиә Камардина, Мирослава Коротова, Арина Мансурова, Карина Мысырғәлина, Олег Полянский, Ангелина Родина, Зилиә Сәлимова;  Сәйетҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Артур Айытҡолов, Күгәрсен урта мәктәбенән Лиана Китикова һәм Йомағужа 2-се урта мәктәбенән Денис Ямтиевтар алды.

Уҡыусыларҙы һәйбәт һөҙөмтәләргә алып килгән уҡытыусылар: Мораҡ 1-се урта мәктәбенән  Дим Баймырҙин, Алексей Васюткин, Дмитрий Евсеев, Елена Жердева, Оксана Кәримова, Дамир Мәжитов, Сергей Максимов, Светлана Сережина, Виктор Сорокин, Мораҡ башҡорт гимназияһынан Владимир Белоклоков, Әлиә Ғәббәсова, Алик  Ғүмәров, Ярославна Савина, Йомағужа 2-се урта мәктәбенән Нурсилә Динеева, Күгәрсен урта мәктәбенән Гөлнур Сусанина һәм Сәйетҡол төп дөйөм белем мәктәбенән Рафаэль Йосоповтар район хакимиәтенең маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Талантлы балаларҙы ҡеүәтләп торғандары һәм олимпиаларҙа ҡатнашыу эшен ойошторғандары өсөн мәктәп директорҙары  Фәйрүзә Ибраһимова (Башҡорт гимназияһы), Эльвира Абдуллина (Күгәрсен), Илшат Арыҫланбаев (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), Әлиә Черноваларға (Йомағужа  2-се урта мәктәбе) маҡтау грамоталары тапшырылды.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотолары.

 

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас