Күгәрсен районының Сәйетҡол мәктәбе Мораҡ 1-се урта мәктәбе филиалы булып тора. Нәҡ ошо мәктәптең 9-сы класында белем алған Артур Айытҡолов хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы 12-19 апрелдә Мәскәү ҡалаһында Патрис Лумумба исемендәге Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында үтте. Унда илдең төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу талантлы юғары класс уҡыусылары ҡатнашты.
Артур тәүҙә Өфө ҡалаһының “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә әҙерлек үткән. Уның остазы - Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы С.С. Алексеев исемендәге шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Дмитрий Мальцев. Тыуған мәктәбендәге остазы иһә – Рафаэль Марат улы Йосопов.
- Артур Бикеш ауылынан, беренсе кластан алып беҙҙең мәктәптә белем ала. Баштан уҡ ул үҙен тырыш, әүҙем уҡыусы итеп күрһәтте. Уҡыу отличнигы, 2023-2024 йылдарҙа район хакимиәте башлығы стипендиаты булды. Артур сит телдәр, иҡтисад, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиадаларҙың муниципаль этаптарында, 7-се класта иҡтисад буйынса үткән олимпиаданың республика этабында призер исемен яуланы, - ти уҡыусыһы хаҡында Рафаэль Марат улы.
Артурҙың хыялы - киләсәктә юрист булыу, 11-се класты тамамлағандан һуң илдең алдынғы юғары уҡыу йортона - М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инеү. Егет йәмғиәтте өйрәнеү, тарих һәм башҡа гуманитар фәндәрҙе үҙ итә. Буш ваҡыттарында физкультура менән шөғөлләнә.
Әйткәндәй, үҫмергә диплом, иҫтәлекле бүләк менән бер рәттән, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетына сертификат бирелгән (олимпиадала еңеү абитуриентҡа теләгән бер уҡыу йортона һынауҙарһыҙ инеү һәм бюджет урынына иҫәп тотоу хоҡуғын бирә).
Артурҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр, яңы уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.