Мораҙым
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Апрель 2025, 12:20

Балаларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн

Бынан бер нисә йыл элек РФ Мәғариф министрлығы тарафынан коллектив ижад, кластан тыш саралар, йәмәғәт ойошмалары өсөн йыйылыу урыны булараҡ Балалар инициативаһы үҙәктәре эшләй башланы. Ошондай үҙәк Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһында ла асылды.

Балаларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн
Балаларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн

Балалар инициативалары үҙәген асыу тантаналы шарттарҙа үтте. Гимназия директоры Фәйрүзә Ибраһимова  уҡыусыларҙың ижади башланғысын хуплап, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

- Беҙ беренселәрҙән булып балалар ижады үҙәге ойошторҙоҡ. Уҡыусыларҙы яңы башланғыстарға әйҙәү, уларҙың һәләтен асыу, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ғөмүмән, йәмәғәт ойошмаларының ижади эшмәкәрлеге өсөн был йүнәлеш ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле. Һәр бер уҡыусының ошо үҙәккә килеп үҙен ижади йәһәттән күрһәтергә, үҫтерергә, хатта, әйтәйек, гимназия данын район, республика кимәлендә танытырға мөмкинлеге буласаҡ, - ти Фәйрүзә Азамат ҡыҙы.

Район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Алина Лысенко ла гимназия уҡыусыларының шатлығын уртаҡлашып, балалар инициативаларының һәр ваҡыт хуплау табыуын теләне.

 - Был йүнәлештә беҙ әүҙем эшләйбеҙ. Һеҙҙең команда район, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй буйынса үткәрелгән башҡа конкурстарҙа, мәҫәлән, “Рәсәй йәштәре” грант  проекттарында ҡатнаша ала. Хәҙер бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа бар. Һәм, әлбиттә, гимназия директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙына рәхмәт. Сөнки бөтә башланғыстарға нигеҙ нәҡ белем усағында һалына, балаларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен асыу өсөн мәктәптәрҙә шарттар булдырылмаһа, илебеҙ киләсәге өсөн терәк булырҙай йәштәрҙе табыуы ҡатмарлы булыр ине. Был йәһәттән инде беҙҙә бөтә эш берҙәмлектә атҡарыла, - тине ул.

“Беренселәр хәрәкәте” муниципаль координаторы Рәфиә Мәжитова  бөгөн уңышлы эшләп килгән ошо йәмәғәт ойошмаһы тураһында бәйән итте. Был хәрәкәт балалар һәм йәштәр ялын ойоштороуға, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлек булдырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән. Әйтергә кәрәк, беҙҙә был хәрәкәт бер нисә йыл әүҙем эшләп килә.

Илдар Мәүлетбирҙин, БР мәғариф һәм фән министры:

 

- Милли проект сиктәрендә республикала мәктәптәрҙең предмет кабинеттарын заманса ҡорамалдар, уҡытыу һәм тәрбиә биреү саралары менән йыһазландырыу ҡаралған.

  2025 йылда республика мәктәптәре “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре”, “Хеҙмәт” (Технология)  предмет кабинеттары өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Модернизация тап ошо мәктәп предметтарынан башлана. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән сығымдың дөйөм күләме  203,5 миллион һум тәшкил итә.

 

"Башҡортостан заманса йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса алдынғылар рәтендә:  Рәсәйҙә - 4-се, Волга буйы федераль округында 1-се урынды биләй.

 Республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә 711 мәктәп яңы ҡорамалдар аласаҡ. Модернизация тап ошо предметтарҙың кабинеттарынан башлана, сөнки уларҙа йәш быуын Тыуған илен яратырға һәм яҡларға, ҙур һәм кесе Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә өйрәнә.

 Быйыл, ағымдағы уҡыу йылында белем биреү йөкмәткеһен яңыртыуҙы иҫәпкә алып, мәктәптәрҙең уҡыу кабинеттарын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу планлаштырыла: “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” предметы “Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре” модуле менән тулыландырыла; “Хеҙмәт (технология)” предметында яңы бүлектәр барлыҡҡа килә, ә “Робототехника” бүлегенең йөкмәткеһенә 7-се, 8-се, 9-сы кластарҙа пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү, уларҙы конструкциялау, программалау, шулай уҡ пилотаж буйынса темалар өҫтәләсәк".

Гимназия директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе, Балалар инициативалары етәксеһе Илиза Сатыева ла балаларҙың ижади башланғыстарына юл ярыусы үҙәктең асылыуына шатлығын белдерҙе. Гимназия элек-электән уҡыу алдынғылары, һәләтле уҡыусылары менән дан тота. Был үҙәк иһә гимназия уҡыусыларына төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, белемдәрен камиллаштырыуға, үҙҙәренә кәрәкле һөнәр табыуға булышлыҡ итәсәк.

Заманса йыһазландырылған кабинет, ысынлап та, ижади эшмәкәрлек өсөн ҡулай. Уҡыусылар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған музей кабинеты проекты менән таныштырҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан  ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, ҡартатай-олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтары кеүек тарихи мәғлүмәттәр, стендтар, экспонаттар урын аласаҡ. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо халҡыбыҙҙың ҡанлы ла, данлы ла үткәненә ихтирам тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә был башланғыс  ысын мәғәнәһендә хуплауға лайыҡ!

Сара һуңында иһә Балалар инициативалары үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашыусылар  бөтә башланғыстарҙың үҫешен символлаштырған “Уңыш ағасы”на теләктәрен яҙҙы.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

 

Автор:
Читайте нас