Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
20 Март 2025, 09:50

Тырыш хеҙмәте тос емешле

 Белеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин февраль айында уҙған оператив кәңәшмәлә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, хеҙмәт дәрестәре өсөн уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу хаҡында мәғлүмәт биреп, ағымдағы йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә был маҡсатты ғәмәлгә ашырыр өсөн бөтәһе 203,5 миллион һум аҡса бүленәсәген белдергәйне. “Яңыртыу тап ошо кабинеттарҙан башлана, сөнки нәҡ унда йәш быуын тыуған илде яратырға һәм яҡларға, кесе һәм ҙур Ватаны мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә өйрәнә”, - тип бик хаҡлы фекерҙәр әйтте ул. - Мәктәбебеҙҙә 2019 йылда “Үҫеш нөктәһе” асылғанда хеҙмәт кабинеты өр-яңынан йыһазландырылып, дәртләнеп эшләр өсөн бөтә ыңғай шарттар тыуҙырылғайны, ә был проект сиктәрендә көтөлгән үҙгәрештәр, заманса йыһазланыш менән беҙҙең алда тағы ла яңы мөмкинлектәр асыласаҡ, - тип ҡыуанысын белдерҙе үҙ өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең юғары категориялы технология уҡытыусыһы Дамир Мәжитов.

Тырыш хеҙмәте тос емешлеТырыш хеҙмәте тос емешле
Тырыш хеҙмәте тос емешле

 Белеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин февраль айында уҙған оператив кәңәшмәлә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, хеҙмәт дәрестәре өсөн уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу хаҡында мәғлүмәт биреп, ағымдағы йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә был маҡсатты ғәмәлгә ашырыр өсөн бөтәһе 203,5 миллион һум аҡса бүленәсәген белдергәйне. “Яңыртыу тап ошо кабинеттарҙан башлана, сөнки нәҡ унда йәш быуын тыуған илде яратырға һәм яҡларға, кесе һәм ҙур Ватаны мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә өйрәнә”, - тип бик хаҡлы фекерҙәр әйтте ул.

- Мәктәбебеҙҙә 2019 йылда “Үҫеш нөктәһе” асылғанда хеҙмәт кабинеты өр-яңынан йыһазландырылып, дәртләнеп эшләр өсөн бөтә ыңғай шарттар тыуҙырылғайны, ә был проект сиктәрендә көтөлгән үҙгәрештәр, заманса йыһазланыш менән беҙҙең алда тағы ла яңы мөмкинлектәр асыласаҡ, - тип ҡыуанысын белдерҙе үҙ өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең юғары категориялы технология уҡытыусыһы Дамир Мәжитов.

 

 Эйе, районда асылған “Үҫеш нөктәләре”, мәктәптәрҙәге заманса йыһазланыш балаларҙың белем, аң-фекерләү даирәһен байытты, ә даими рәүештә үҫеш юлында булған, эшенә ижади ҡарашлы уҡытыусыларға артабан да илһамланып эшләр, заман менән бергә атлар өсөн ҙур этәргес булды. Үҙ өлгөһөндә яңы быуын эшһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр, оҫта ҡулдар, буласаҡ инженерҙар тәрбиәләүсе Дамир Әмир улының да бөгөнгө уңыштары – тиҫтә йылдан артыҡ ғүмеренең тырыш хеҙмәте һәм яңы мөмкинлектәрҙе үҙ ваҡытында оҫта файҙалана белеү һөҙөмтәһе.

 Хәйер, һәләтле уҡытыусының йәш быуын менән һөҙөмтәле хеҙмәтен тоҫмаллар өсөн уларҙың һуңғы ваҡытта ирешелгән уңыштарын һанап үтеү ҙә етә.

 Күптән түгел генә оҫта ҡулдар - Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Олег Полянский менән Денислам Емилов Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында уңышлы сығыш яһап, жюри комиссияһы тарафынан юғары баһа алды. Уҡытыусы әйтеүенсә, олимпиада һорауҙары өс турҙан - практик эш, теория һәм проект яҡлауҙан торһа, маскировкалау селтәре өсөн спанбонд ҡырҡыу станогы төҙөгән шәп егеттәр мәктәп һәм район данын ҡыйыу яҡлап, был заманда бигерәк актуаль, файҙалы проект эшен лайыҡлы башҡарғандары өсөн маҡталған. Шул уҡ егеттәр һәм Артемий Литяйкин “Киләсәк инженерҙары мәктәбе – уңыштарға баҫҡыс” девизы аҫтында үткән 2-се республика форумында квадрокоптерҙар менән оҫта идара итеп, еңеүселәр сафына баҫҡан һәм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” дипломдарына лайыҡ булған.

 Уҡыу йылы башында, көҙгөһөн Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында “Үҫеш нөктә”ләре араһында ойошторолған “Кесе фән академияһы”нда Олег Полянский 1-се урынға лайыҡ булған.

 Технология фәне буйынса үткән олимпиаданың муниципаль этабында үткән йылда 11 уҡыусы ҡатнашһа, шуларҙың 9-ҙы призлы урындар яулай. Башлыса 10-сы класс уҡыусыларының төрлө олимпиада, конкурстарҙа юғарыраҡ үрҙәр яулауының сере лә 5-се кластан бирле ныҡлап шөғөлләнеүҙәрендә, хеҙмәт дәрестәрендә генә түгел, өҫтәмә түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп даими камиллашыуҙа, үҫеүҙә.

 Маҡсатлы, тырыш Олег Полянский “РобоПром-2024” тә, йәғни 8-се юғары технологиялар республика асыҡ фестивалендә 1-се урын яулаған, әлеге ваҡытта остазы Дамир Әмир улы менән ағымдағы йылда үтәсәк олимпиадаға етди әҙерләнә. Ныҡышмал егет үҙе эшләгән фрезерлау станогы менән Өфө дәүләт нефть университеты үткәргән проекттар конкурсында юғары баһа алып, 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. Яңыраҡ ҡына, 1 мартта ул Күмертау ҡалаһы 3-сө мәктәбендә ойошторолған мауыҡтырғыс сарала ла ҡатнашып, яңы белем эстәп ҡайтҡан. Ракета макеты төҙөп, уның менән тәжрибә үткәреү уңышлы тамамланған.

 

 Ҡаҙаныштарҙы барлағанда, мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” асылып, кабинеттар 3D-принтер конструкторҙары, гревераль машина кеүек заманса йыһаздар менән байытылғас, квадрокоптерҙар менән идара итеү серҙәренә төшөнөү мөмкинлеге тыуғас, малай-егеттәрҙең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да технология дәрестәренә, өҫтәмә белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы артыуын да билдәләп үтте бала йәнле, һәләтле педагог. Баҡтиһәң, 10-сы класс ҡыҙҙары мультитул, лобзик, шруповёрт менән оҫта ҡулланалар икән.

 Киләсәккә, яңы ҡаҙаныштарға ҙур өмөттәр тыуҙырған үҫмерҙәрҙе телгә алырға ла онотманы ул. 8-се класта уҡыған Савелий Мельников үҙе программа яҙып, робот менән идара итеү өлкәһендә оҫтарып килә. Халҡыбыҙ кәсептәренә ихтирамлы ҡарашта үҫеп, килештереп умарта эшләгән Линар Кинйәбаевҡа, эпоксид смолаһынан зауыҡлы сәғәт эшләгән 6-сы “Б” класы уҡыусыһы Андрей Авдонинға “маладис”тан башҡа ни тиерһең!

 Даими үҫеш юлын һайлаған тырыш уҡыусылар йәйгеһен дә ялын бушҡа сарыф итмәй икән. Хеҙмәт лагерында остаздары, тынғыһыҙ йәнле уҡытыусылары етәкләгән робот техникаһы төркөмөндә шөғөлләнеп, яңы белем-тәжрибә туплай улар.

- Яңы уҡыу йылына көҙгөһөн лазер һәм горизонталь фрезерлаусы станоктар кеүек заманса ҡорамалдар менән йыһазландырһалар, әлбиттә, эшләр өсөн мөмкинлектәр ҙә ҙураясаҡ, көс-дәрт тә йәнә артасаҡ. Башланғыс класс балаларын да йәлеп итергә мөмкинлек тыуасаҡ, - ти Дамир Әмир улы.     

 Киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып үҙ өлгөһөндә яңы быуын оҫталарын, буласаҡ инженерҙарҙы тәрбиәләүсе тырыш, бай тәжрибәле педагогтың сәскәләй өс ҡыҙҙың хәстәрлекле атаһы, тормош юлдашы, “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһының намыҫлы хеҙмәткәре Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы өсөн ышаныслы донъя терәге булып тороуын да билдәләп үтке килә. Матур ғаиләһе һәм яратҡан эше араһында тулы гармонияла балҡып-янып йәшәгәнгә күрә лә, һәләтле уҡытыусының хеҙмәте мул емешле. Мәғариф өлкәһендә артабан да яңы үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар уға!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фотолар – мәктәп архивынан.

    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас