Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҒАРИФ
5 Март 2025, 10:34

"Китапһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман"

 Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман  Һуңғы йылдарҙа китапҡа, ташҡа баҫылған һүҙгә иғтибарҙың бермә-бер артыуы ҡыуаныслы күренеш. Был нимәлә сағыла, тип һорар уҡыусы. Яуапты һүҙ ҡәҙерен, тел ҡәҙерен аңлаған, һанлаған, тел тип көйгән шәхестәребеҙҙең китап, әҙәбиәт тураһындағы уйланыуҙарынан табырға мөмкин.

"Китапһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман""Китапһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман"
"Китапһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман"

 Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Үрге Мөрсәләй ауылы:
- “Китап-белем шишмәһе” тигән әйтем беҙҙең заман балаларының иҫтәрендә ҡалған, китапҡа ихтирамлы белдергән бер мәҙхиә ине.

 Ысынлап та, китапты ҡәҙерләү, уны һаҡлап ҡына йөрөтөү, ҡыҙыҡһынып уҡыу беҙҙең аңыбыҙға бала саҡтан инеп ҡалған төп ҡағиҙә булды. Мәктәп йылдарында ла, юғары белем алғанда ла, мәктәптә уҡытҡан ваҡытта ла китаптан айырылманыҡ: үҙебеҙгә алған белеме беҙ ҙә, шулай уҡ мәктәптә балаларға биргән белем дә китаптар ярҙамында булды. Ошо уйланыуҙарымды яҙырға яңыраҡ ҡына булған бер һөйләшеү сәбәпсе булды. Бик тә тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан, һорауҙар биреп аптыратҡан бер ейәнем каникулға килгәйне. Нимәлер эҙләгәндә ҡартатаһының иҫке гаражында һаҡланып ҡалған гәзит-журналдар табып алған.
“Ҡәрсәй, һеҙ элек гәзит-журналды күп яҙҙыртҡанһығыҙ икән, ҡартатай шулай күп уҡынымы ни? Һеҙҙең телефон булманымы?..” – тип әллә күпме һорауҙар яуҙыра башланы. Ейәнемә яуап бирә башланым да үҙем уйға баттым: ысынлап та, хәҙер гәзит-журналдар алдырыусалар ҙа бик һирәк, китап уҡыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел-йәше лә, ҡаршы ла телефондарҙа ултыра.
 Үҙем инде күптән хаклы ялда булһам да, гәзит-журналдар алдырам, китаптар ҙа уҡырға яратам.
Ейәнем әйткәнсә, мин үҙемә мәктәптә кәрәк булған, ә иптәшем ауыл хужалығы тураһындағы баҫмаларҙы күп алдырып уҡый инек.
 Кесе улыбыҙ районда полиция хеҙмәтендә эшләй, йыш ҡына Өфөгә эш буйынса барырға тура килә. Ваҡыты тура килгәндә китап магазиндарына барып миңә китаптар алып ҡайта. Бынан бер нисә йыл элек Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабын алып ҡайтҡайны. Бер-нисә тапҡыр уҡып сыҡтым, ауылдаштарға ла тәҡдим иттем. Әле яңыраҡ тағын шул уҡ яҙыусының  “Алдаҡсы”, “Ҡошҡа әйләнермен мин”, Миләүшә Ҡаһарманованың  “Вахта” әҫәрҙәре ингән китаптар алып ҡайтып бирҙе.
 Матур, күңелле бала саҡтан башланған тормош, уйламағанда балалар йортонда дауам иткән, бик күп ҡыйынлыҡтар кисереп, бер туғандары менән бер-береһенә терәк булып, юғалып ҡалмайынса оло тормошҡа аяҡ баҫҡан балалар тураһындағы “Әкиәт һеҙ бала саҡ”,  “Ҡалдырма, әсәй!” повестарын иҫем китеп, ошондағы ваҡиғаларға тетрәнеп уҡып сыҡтым .
 “Вахта”ла хәҙерге замандың көнүҙәк ваҡиғалары һүрәтләнә, фәһемле, уйланырлыҡ.

 Әйткәндәй, был әҫәр буйынса беҙҙең ауылдашыбыҙ Фәймә Аҡъюлова ошо уҡ исемле “Вахта” кинофильмын төшөрҙө, бик тә уңышлы килеп сыҡҡан был фильм.
 Шулай уҡ тормошсан, мәғәнәле шиғырҙарҙы ла уҡырға яратам. Бөрйән районында йәшәп ижад итеүсе Флүрә Маликова (Йомағужина) ның “Был ғүмерҙәр” исемле китабы ла бик оҡшай. Беҙҙең улдарыбыҙ Руслан Ҡотлогилдин менән Рөстәм Йомағужин ауыл хужалығы институтында бергә уҡыны, хәҙер ҙә аралашып торалар, улы артынан ошо китабын бүләк итеп миңә ебәргәйне. Был китапты гел генә алып ҡабаттан уҡып сығам: шиғырҙары тормошсан, көнүҙәк темалар сағылдырған, дөрөҫлөктө яҡлап яҙылған.

Шулай уҡ Айгөл Айытҡолованың тыуған яғы -Йылайырға бағышлап яҙған, уның бай тәбиғәтен, бала саҡтан иҫендә ҡалған мәрхәмәтле ауылдаштарын һынландырған яҙмалары бик тә күңелгә ятышлы, күңел биреп уҡып сығам шуларҙы. Йылайыр районынан сыҡҡан яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәре күңелгә яҡын. Уның хикәйәләре “Киске Өфө”,  “Йәшлек” гәзиттәрендә лә баҫылып тора.

Гөлсирә Ғиҙҙәтуллинаның да әҫәрҙәрен күңел биреп уҡыйым, тормошсан, уйланырлыҡ яҙмалар.
 Байтаҡ йылдар элек-мәктәптә эшләгән осорҙа Ринат Камалдың “Таня-Таңһылыу” исемле романын уҡығайным, журналда баҫылған ине. Тағы ла уҡып сығырға тип уйланым, китабы ла бар ҡулымда.

 Был әҫәрҙә беҙҙең райондың Ишбирҙе ауылы мәктәбендә эшләгән уҡытыусылар яҙмышы һүрәтләнгән. Кем уҡымаған - уҡып сығығыҙ, бик тә фәһемле әҫәр. Китапта Ишбирҙе ауылы Ишемйәр тип яҙылған.

 Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның да  романдарын, повестарын йыш ҡына  ҡабаттан уҡыйым. Уларҙа бит һәр береһенең яҙмышы, шул замандың  тормошон һүрәтләнгән. Рәми Ғариповтың шиғырҙары, районыбыҙҙа сыҡҡан шағир Рәмил Йәнбәктең, әлеге ваҡытта Мораҡта йәшәп ижад итеүсе Ғәлиә Әлимғужинаның шиғырҙары ла күңелгә ятышлы.
Китаптар тураһында бик күп хәтирәләр яҙырға була. Уҡыған һайын уйҙар офоғо киңәйә.
 Хөрмәтле райондаштар, китаптарға, донъяуи әҫәрҙәргә битараф булмайыҡ, уларҙа бит кеше яҙмыштары-илебеҙ көнкүреше һүрәтләнә. Бер генә әҫәр уҡығыҙ әле - күңелгә ышанмаҫлыҡ байлыҡ өҫтәлә, ысын!

Һүрәттә: Гүзәлиә Ҡотлогилдина (уң яҡтан беренсе) рухташтары менән.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас