БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республика мәғариф өлкәһе үҫешенә 101 млрд һум тирәһе аҡса һалған, уның 85,4 млрд һумы республика бюджетынан бүленгән. Ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 2-се урын алып торһа, ремонтҡа йәлеп ителгән аҡсалар буйынса – 3-сө урында.
Башҡортостанда модернизация программаһы буйынса бөтәһе 146 мәктәп яңыртылған һәм был эш әле лә дауам итә. Унан тыш, спорт залдарын, айырым кабинеттарҙы ремонтлау, уларҙы йыһазландырыу буйынса төрлө программалар эшләп килә. Белем биреү өлкәһен модернизациялауҙа башҡа федераль проекттар ҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проектының “Үҫеш нөктәһе”проекты ярҙамында республикала нисәмә белем усаҡтарының кабинеттары заманса уҡыу ҡорамалдары, компьютерҙар һәм башҡа йыһаздар менән йыһазландырылды. Быларҙың барыһы ла уҡыу процесын яҡшыртырға, уны уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлыраҡ итергә мөмкинлек бирә. Заманса технологиялар индереү яңы мөмкинлектәргә юл аса, балаларҙың белемдәрен камиллаштырырға ярҙам итә.
Беҙҙең районда ла мәғариф объекттары төрлө программаларға һәм проекттарға ярашлы әленән-әле яңыртылып, үҙгәртелеп, ремонтланып тора.
Мәҫәлән, Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәге 2023 йылда асыла.
- Беҙҙең Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә тәбиғи-фәнни һәм техник йүнәлеш буйынса асылған үҙәк мәғариф ойошмаһының матди-техник базаһын нығытып ҡына ҡалманы, ә белем биреү процесының сифатын үҫтерергә лә ярҙам итте, - ти мәктәп директоры Алһыу Ишкинина белем биреү ойошмаһының эше менән ҡыҫҡаса таныштырып. – Проектҡа ярашлы алынған яңы ҡорамалдар химия, биология һәм информатика кабинеттарына ҡуйылды. Уҡыу кластары федераль кимәлдә раҫланған берҙәм стилдә биҙәлде.
Үҙәктә эшмәкәрлек ике йүнәлеш буйынса бара, биология, химия уҡытыусыһы Гөлнәзирә Хоҙайғолова тәбиғи-фәнни эшмәкәрлекте етәкләһә, информатика уҡытыусыһы Ринат Ишбаев техник йүнәлеш буйынса эш алып бара.
Үҙәктең асылыуы уҡыусыларға тәбиғи-фәнни, техник йүнәлештәр буйынса дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырҙы, шулай уҡ “Химия”, “Биология”, “Информатика” фәндәрен төплөрәк өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр асты, уҡыған материалды практикала нығытыу мөмкинлеген бирҙе. Улар ҡорамалдарҙы физика, химия, биология дәрестәрендә һәм кластан тыш эштә лә тулыһынса файҙалана.
Уҡытыуҙан тыш өҫтәмә белем биреү ҙә ошо йүнәлештә ойошторолдо, мәктәптә урмансылыҡ үҙәге булдырылды. Ул эште лә Гөлнәзирә Хоҙайғолова етәкләй.
“Үҫеш нөктәһе” балаларға һөнәр һайлауҙа ла ҙур бер ярҙам булып тора. Мәктәптә үҙәк асылғас, уҡыусылар химия, биология, информатика фәндәренән дәүләт имтихандарын күберәк һайлай башланы һәм былтырғы уҡыу йылында яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәште. Былтырғы сығарылыш класс уҡыусылары шул һөҙөмтәләр менән үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инде.
"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә шөғөлләнеүселәр төрлө ҡаҙаныштары, еңеүҙәре менән әленән-әле ҡыуандырып торалар. 2023-2024 уҡыу йылында 6-сы класс уҡыусыһы Регина Хоҙайғолова “Фәнгә старт” XXII фәнни-тикшеренеү халыҡ-ара конкурсында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды (етәксеһе – Г.Хоҙайғолова). 7-се класс уҡыусыһы Шайморат Шәһәров “Ҙур саҡырыуҙар” Бөтә Рәсәй фәнни-технологик конкурстар сиктәрендә уҙғарылған “Проект нөктәлә”конкурсының муниципаль этабында 2-се урын алды. Алда әйтеп үтеүемсә, Гөлнәзирә Хоҙайғолова район урмансылығының етәксеһе лә булып тора. Был эштәр ҙә биология фәне менән тығыҙ алып барыла. Уларҙың да ҡаҙаныштары бар: 6-сы класс уҡыусыһы Регина Хоҙайғолова “Үҫенте” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн диплом менән бүләкләнде. Киләсәккә беҙҙең пландар һәм маҡсаттар ҙур. Уҡыусыларыбыҙ ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа бик тырыш, маҡсаттарына ҡыйыу юл яралар. “Үҫеш нөктәһе” кеүек проекттар уларға артабан да үҫергә, яңы үрҙәргә менергә ярҙам итер, тип ышанам, - тип һөйләне Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.
2025 йылда республикала “Йәштәр һәм балалар” яңы милли проекты сиктәрендә “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт” (“Технология”) предметтары буйынса кабинеттарҙы йыһазландырыу эше башланасаҡ. Был маҡсатҡа 203,5 мл һум аҡса бүленәсәк, республикала 711 мәктәп яңы ҡорамалдар аласаҡ. Ни өсөн тап ошо предметтар тиһегеҙме? Сөнки тап улар балаларҙа гражданлыҡ позицияһын, илһөйәрлек һәм тормошта кәрәкле төшөнсәне формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.
“Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” кабинеттары заманса материалдар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, улар балаларға төрлө тормош хәл-ваҡиғаларында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнергә ярҙам итәсәк. Балалар Ватанды һаҡлау маҡсаты һәм бурыстарын ғына түгел, ә был белемде практикала ҡуллана белергә тейеш. Ундай кластарҙа мультимедиа технологияларын ҡулланып, төрлө ситуацияларҙы презентацияларға һәм моделләштерергә мөмкин буласаҡ. Тап шуның өсөн Калашников автоматтары, Макаров пистолеты, тәүге ярҙам күрһәтеү комплекттары яңыртыласаҡ, шул иҫәптән беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн тренажер-манекендар, ҡул гранаталары макеттары, шулай уҡ газдан һаҡлай торған саралар, респираторҙар алынасаҡ.
Хеҙмәт кабинеттары яңы фрезер, лазер һәм ағас эшкәртеү станоктары, ҡоралдар һәм верстактар, тегеү машиналары, электр плиталары һәм башҡа кухня ҡулайламалары менән йыһазландырыласаҡ.
Бынан тыш, милли проект сиктәрендә технология буйынса дәрестәрҙе “Робототехника” модуле менән тулыландырыу һәм пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса йыйылмалар, шәхси компьютерҙа пилотһыҙ осоу оҫталыҡтарын өйрәнеү өсөн симуляторҙар, һанлы лабораториялар, 3D-баҫыу өсөн принтерҙар, интерактив ҡорамалдар һатып алыу күҙаллана.
“Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе кәңәшмәһен һуңғы тапҡыр үткәргәндә, беҙ география уҡытыусылары менән һөйләшергә кәрәклегенә иғтибар иттек. География уҡытыусылары балаларға тыуған яҡтың матурлығы һәм байлығы тураһында еткереүселәр. Беҙ улар менән быға тиклем эшләмәгәнбеҙ. География уҡытыусыларынан тыш, беҙ “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” уҡытыусылары менән осрашасаҡбыҙ. Был педагогтар – беҙҙең йәштәргә бик ҡиммәтле белем бирә.”
Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәләге сығышынан.
Рәсүл Әхмәтйәнов, мәғариф бүлеге начальнигы:
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса беҙҙең районда 13 мәктәптең кабинеттарын яңыртыу күҙаллана. Йәш быуынды илһөйәр, ысын Ватан һаҡсылары итеп үҫтерер өсөн Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм хеҙмәт дәрестәренең әһәмиәте бик ҙур. Балалар бәләкәйҙән Тыуған илен яҡларға һәм һаҡларға өйрәнеп үҫһен өсөн беҙ уларға шундай шарттар тыуҙырырға тейеш, тип уйлайым.