Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
5 Февраль 2025, 10:49

Ул был ерҙе матурларға тыуған

Үҙҙәре һайлап алған һөнәрҙе дәрт һәм сәм менән үҙләштереп, фән тауҙарына ҡыйыу үрләгән маҡсатлы йәштәребеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.  Тәүәкән ауылының аҫыл егете Айнур Исхаҡов та тап шуларҙың береһе. Ул - Башҡорт дәүләт аграр университеты магистратураһының ландшафт архитектураһы бүлегенең 2-се курс студенты.

Ул был ерҙе матурларға тыуғанУл был ерҙе матурларға тыуған
Ул был ерҙе матурларға тыуған

- Мин бала саҡтан һүрәт төшөрөргә, үҫемлектәр, йәшеллек донъяһына бәйле нимәлер уйлап табырға ярата торғайным, шуға күрә лә ошо юлды һайланым. Ландшафт архитектураһы - карьера буйынса үҫеүҙә күп мөмкинлектәр асыусы йәш өлкә. Был һөнәрҙе үҙләштергәндәр артабан төҙөлөш, үҫемлектәр менән бәйле төрлө өлкәләрҙә эшләй ала. Ландшафт архитектураһы техник һиҙгерлекте, экологик, социаль һәм мәҙәни аспекттарҙы аңлап-тойоп эшләүҙе талап итә, ул дизайн, проектлаштырыу һәм төҙөкләндереү эштәрен үҙ эсенә ала, - тип, ҡыҫҡаса һәм мауыҡтырғыс итеп ни өсөн был юлды һайлауына төшөндөрөп үтте Айнур.

 Үҙенсәлекле һөнәр һайлап, тирә-яҡты, был донъяны матурлауға үҙ өлөшөн тос индерергә хыялланған яҡты күңелле егет был өлкәлә ысынлап та апаруҡ тәжрибә туплап та өлгөргән инде.

- Беҙҙең дәрестәр бигерәк ҡыҙыҡ үтә. Беҙ йонсоп лекция яҙып ҡына ултырмайбыҙ, төрлө территориялар һәм интерьерҙарҙы, парктар, баҡсалар, скверҙарҙы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса проекттар эшләйбеҙ. Практикамды питомникта үттем, декоратив үҫемлектәрҙе тәрбиәләү буйынса белем эстәнем. Шулай уҡ практика үткәндә ҡаланың ҡайһы бер объекттарын һәм тораҡ комплекстарын йәшелләндерҙек. Буш ваҡытымда флорист булып эшләйем һәм диплом яҡлауға әҙерләнәм. Студент тормошо шулай эш, практик шөғөлдәр менән аралашып бара, дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ, бар ыңғай шарттар тыуҙырылған, - ти алтын ҡуллы, тырыш егет.

 Айнур Исхаҡов 2002 йылдың 19 мартында Тәүәкән ауылында тыуған. Атаһы Айрат Миңнулла улын тирә-яҡта “Тәүәкән” йәмғиәтенең намыҫлы водителе булараҡ яҡшы беләләр. Үкенескә күрә, ғәзиз әсәләре бик иртәләй баҡыйлыҡҡа күсә, матурлыҡҡа ынтылышлы, эшкә бөтмөр булып үҫкән Айнур улының бөгөнгө уңыштарын күреп ҡыуанырға насип булмай уға.

 Бәләкәстән моңло, ижади күңелле, уҡыуға әүәҫ Айнур Тәүәкән урта мәктәбендә уҡығанда һүрәт төшөрөү оҫтаһы була, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. “Күнйәп” балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, мәктәп, ауылда уҙған мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. 2019 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, йәненә яҡын һөнәрҙе һайлай. Башҡорт дәүләт аграр университетында ландшафт архитектура йүнәлешендә бакалавриатты бөткәс, ныҡышмал холоҡло, белемгә әүәҫ яҡташыбыҙ уҡыуын магистратурала дауам итергә ҡарар ҡыла. Һәм быға ул һис үкенмәй.

 Күңел һиҙгерлеген, эске тойомлау, матурлыҡты күрә белеү һәләтен генә түгел, ныҡ елкәне, таһыллыҡты талап иткән бик кәрәкле һөнәрҙе һайлаған Айнур Исхаҡовтың киләсәккә маҡсаттары яҡты, уй-ниәттәре пак. Саф күңелле егетебеҙ, ауыр эштән ҡурҡмаҫ ябай ауыл егете булараҡ,  тирә-яҡты йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәрҙә һис һынатмаҫ, был донъяны матурлауға артабан да үҙ өлөшөн тос индерер әле!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас