-8 °С
Болотло
Рәил Рамаҙан улы уҡыусылар менән ихлас аралашты, уларҙың киләсәктә кем булырға теләүҙәрен һорашты. Шуныһы ҡыҙыҡ, балалар янғын һүндереүсе, тиҙ ярҙам хеҙмәткәре булырға хыяллана, кемеһелер атаһы һымаҡ Себерҙә эшләргә теләй. Депутат уларҙың һәр береһенә яҡшы уҡыуҙарын теләп, китаптар бүләк итте, икенсе осрашҡанда йөкмәткеһе тураһында һөйләшергә вәғәҙә бирҙе.