8 октябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең иң яҡшы педагогтарына дәүләт наградалары һәм ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар - сертификаттар тапшырҙы.
“Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә Мораҡ 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Анищенко Ольга Ильинична лайыҡ булды.
Йәш уҡытыусыларға бирелгән грантҡа сертификатты республика Башлығы ҡулынан М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Исмәғил ҡыҙы Маликова алды.
Ҡотлайбыҙ!