Фойела ҡуйылған күргәҙмә мөйөштәре, стендтар ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың батырлығын сағылдырҙы һәм әһәмиәтле сараның мәртәбәле ҡунаҡтары – БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин һәм башҡаларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алған М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының халҡыбыҙҙың батыр улы – М.Шайморатовтың данлы исемен ғорур йөрөтөүсе кластарҙың уҡыу алдынғылары һәм әүҙемдәре – Фәриҙә Сәлихова, Иҙел Исҡужин, Радмир Ғөбәйҙуллин, Мәрйәм Сәйетбаталовалар спорт, уҡыу, патриотик юҫыҡта үткән бәйгеләрҙәге уңыштары менән уртаҡлашты. Н.Г.Ежов исемендәге Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Рәсимә Варнавская мәктәптә балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында һәм “Беҙ – бергә!” девизы аҫтында эшләгән һәм мәктәп эшсәндәрен, уҡыусы балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, хеҙмәт ветерандарын берләштергән “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте менән башҡарылған эштәрҙе һөйләп үтте. Ирекмәндәр – Волостновка ауылы ҡатындары һалдаттар өсөн 70 пар йылы нәски бәйләһә, 2022 йылдың декабренән башлап мәктәп коллективы хәҙер 45 маскировкалау селтәрен үрә (яугирҙар әйтеүенсә, был селтәрҙәр – тылдан килгән иң кәрәкле нәмә, ҙур ярҙам!). “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” район ирекмәндәр хәрәкәте менән дә улар тығыҙ бәйләнештә – район хакимиәте ойошторған МХО-лағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙан бер ситтә ҡалмайҙар. Шулай уҡ Волостновка мәктәбе яугир егеттәр менән бәйләнеште өҙмәй, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандарҙы хөрмәтләп саҡырып, уҡыусылар менән йылы осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙа батырҙар йәш быуын вәкилдәренә матур кәңәштәр бирә, яңы технологиялар заманында тырышып уҡыу кәрәклеген аңлата. Үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү, махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу йүнәлешендә башҡа мәктәптәр ҙә, шулай уҡ Мораҡ 1-се урта мәктәбе лә ҙур эштәр башҡара; педагогик хеҙмәт ветерандарының гуманитар ярҙам йыйыуҙа, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә әүҙемлек күрһәтеүе хаҡында педагогик хеҙмәт ветераны Валентина Филатова әйтеп үтте.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин изге һөнәр эйәләрен яңы уҡыу йылы менән ихлас тәбрикләп, махсус хәрби операция барышында уларҙың иңдәренә ҙурыраҡ бурыстар төшөүен, алғы һыҙыҡта илебеҙ мәнфәғәтен яҡлаған яугир атайҙарҙың балаларына айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләп уҙҙы. Тормошта иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе беҙҙе уратып алған кешеләр икәнлеген иҫкә төшөрөп, халҡыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың данлы үткәнен, мәғариф эшсәндәре, педагогик хеҙмәт ветерандарының гуманитар ярҙам йыйыуға ла үҙ өлөшөн тос индергәнен телгә алырға онотманы. Алдынғы уҡытыусыларҙы район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Сергеевич республика кимәлендә мәғариф өлкәһендә яуланған ҡаҙаныштарҙы барлап үтте. Башҡортостандан яҡташтарға 131 – се гуманитар йөк оҙатылыуын, Курск өлкәһендә фажиғәле хәлгә тарыған яҡташтарыбыҙға ла ярҙам күрһәтелеүен, был изге эштәрҙә мәғариф эшсәндәренең өлөшө тиңһеҙ икәнлеген билдәләп, әүҙемлектәре, тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн изге һөнәр эйәләре адресына аҡ теләктәрен юлланы. Шулай уҡ республика кимәлендә ҡаҙаныштар яулаған, олимпиада еңеүселәре әҙерләгән хеҙмәт алдынғыларын бүләкләп үтте.
Фәнит Насип улы ла мәғариф эшсәндәрен бына-бына башланырға торған яңы уҡыу йылы менән ихлас күңелдән ҡотлап, бөгөн махсус хәрби операцияла булған патриоттарҙың да мәктәптәрҙә, тап илһөйәр рухлы уҡытыусылар менән тәрбиәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Намыҫлы эшсәндәргә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, үҙгәрештәргә туҡталып, ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы ғәмәлгә индереләсәк “Йәштәр һәм балалар” милли проектының маҡсаты булып яуаплы, юғары әхлаҡлы, илдең киләсәген хәстәрләргә әҙер тороусы йәш рәсәйлеләр быуынын үҫтереү тороуын, проект сиктәрендә уҙғарыласаҡ сараларҙың йәштәрҙең һәләтен үҫтереү мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтеләсәген, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәненең исеме “Хәүефһеҙлек һәм тыуған илде яҡлау нигеҙҙәре” тип үҙгәртеләсәген билдәләп үтте. Районда педагогтарҙың һәләтле балалар менән әүҙем эшләүен телгә алып, был юҫыҡтағы ҡаҙаныштарҙы барлап уҙҙы. Быйыл беҙҙең районда 11 – се класты 92 уҡыусы тамамлаһа, уларҙың 35 – е айырым өлгөләге аттестат һәм айырым уңыштары өсөн 1-се һәм 2-се дәрәжә миҙалдарын алған. Үткән йылдағы менән сағыштырғанда быйыл имтихандарҙы тапшырыуҙа юғары балл йыйыусылар ҙа күпкә артҡан. Рәсүл Радик улы йәш белгестәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү буйынса дәртләндереү сараларының урында әүҙем бойомға ашырылыуын билдәләп, таныш өлкәлә кадрҙар мәсьәләһе булыуына ла туҡталып үтте. Мәғариф эшсәндәренә яңы уҡыу йылында яңы үрҙәр, һөнәри асыштар, рух ныҡлығын теләне.
Район эске эштәр бүлегенән Гөлфиә Сафина һуңғы йылдарҙа мутлашыусыларҙың бермә-бер арта барыуын, алданыусылар араһында 56 уҡытыусы барлығын (бәхеткә күрә, исемлектә беҙҙең район уҡытыусылары теркәлмәгән!) әйтеп үтеп, мәғариф эшсәндәрен һаҡ булырға, был юҫыҡта мәктәп балалары менән дә даими аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы.
Эйе, мәғариф өлкәһе ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, һанлаштырыу технологияһы осоронда бигерәк тә уҡытыусыларҙың иңдәренә күпме тауҙай бурыстар өйөлмәһен, барыбер ҙә изге һөнәр эйәләре өсөн төплө белемле, илһөйәр рухлы, киң даирәле, был тормошта үҙ урынын табырҙай һәм үҙ еренә, халҡына намыҫлы хеҙмәт күрһәтерҙәй һәләтле шәхес, ысын кеше тәрбиәләү иң төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Был ауыр, яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәрендә уларға сабырлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек теләге килә.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотолары.
Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:
- Елена Осипова, Мораҡ ауылы “Уралҡай” балалар баҡсаһының физик культура инструкторы;
- Римма Рәжәпова, А.Филиппов исемендәге Йомағужа 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
- Илдар Сыңғыҙов, Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- Венера Ташбулатова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;
- Наталья Ширшова, мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе;
БР Фән һәм мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
- Әлиә Ғәббәсова, Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы;
- Елена Жердева, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы;
- Оксана Кәримова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;
- Сергей Максимов, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
- Ярославна Савина, Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
- Светлана Сережина, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.
БР Фән һәм мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булдыләр:
- Шамил Йәғәфәров, берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү пунктының аудиториянан тыш ойоштороусыһы, Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының технология уҡытыусыһы.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы өсөн БР Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
- А.Филиппов исемендәге Йомағужа 1-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы.
Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары өсөн район хакимиәте башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:
- Гөлфирә Әлмөхәмәтова, Тәүәкән ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы;
- Лилиә Байгилдина, Теләүембәт урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы;
- Ләйсән Ҡаразбаева, Тәүәкән урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы;
- Сергей Климкович, Мәҡсүт урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
- Алексей Кузовенко, Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гиназияһының мәктәп автобусы водителе;
- Наил Сәлихов, Яңы Хвалын урта мәктәбенең технология һәм һүрәт төшөрөү сәнғәте уҡытыусыһы;
- Эльвера Шәһәрова, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
- Гөлнәзирә Ишҡыуатова, Исем урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
- Татьяна Покатаева, Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының кер йыуыусыһы;
- Ҡасим Рафиҡов, Нуҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшсеһе;
- Земфира Якиева, Күгәрсен урта мәктәбенең китапханасыһы.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “За трудовую доблесть” миҙалы менән бүләкләнде:
- Гөлгөнә Абдуллина, социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хатына эйә булдылар:
- Айрат Байназаров, Н.Ежов исемендәге Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
- Гөлфирә Сәлихова, Сәйетҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.