Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Август , 11:24

“Һәр кемгә уңыш йылмая, бары тик тырышлыҡ кәрәк”

 Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, һәр ваҡытта уҡытыусы һөнәре иң изге һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Сөнки тыуған иле өсөн ҡалҡандай торорлоҡ киләсәк быуын тәрбиәләүҙә, йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙен булдырыуҙа тап ошо яуаплы, ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре төп роль уйнай.  Уҡытыусының абруйын йәнә лә күтәреү, йәштәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү, изге һөнәр эйәләрендә һөнәри ҡаҙаныштарға ынтылыш үҫтереү маҡсатында республикала төрлө программалар уңышлы бойомға ашырыла.  Мәҫәлән, республика Башлығы тарафынан 2019 йылдан бирле ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға конкурс нигеҙендә 690 мең һум күләмдә грант тапшырыла. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов билдәләп үтеүенсә, беҙҙең райондан бөтәһе 35 педагог был грантҡа эйә булыу бәхетенә ирешкән.  Шулар сафында Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, хеҙмәтенә ижади ҡарашлы, һөнәри яҡтан камиллашыуға ынтылышлы, ныҡышмал булыуы менән арбаусы Руфина Азаматова ла бар.

“Һәр кемгә уңыш йылмая, бары тик тырышлыҡ кәрәк”
“Һәр кемгә уңыш йылмая, бары тик тырышлыҡ кәрәк”

 Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, һәр ваҡытта уҡытыусы һөнәре иң изге һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Сөнки тыуған иле өсөн ҡалҡандай торорлоҡ киләсәк быуын тәрбиәләүҙә, йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙен булдырыуҙа тап ошо яуаплы, ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре төп роль уйнай.

 Уҡытыусының абруйын йәнә лә күтәреү, йәштәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү, изге һөнәр эйәләрендә һөнәри ҡаҙаныштарға ынтылыш үҫтереү маҡсатында республикала төрлө программалар уңышлы бойомға ашырыла.  Мәҫәлән, республика Башлығы тарафынан 2019 йылдан бирле ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға конкурс нигеҙендә 690 мең һум күләмдә грант тапшырыла. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов билдәләп үтеүенсә, беҙҙең райондан бөтәһе 35 педагог был грантҡа эйә булыу бәхетенә ирешкән.

 Шулар сафында Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, хеҙмәтенә ижади ҡарашлы, һөнәри яҡтан камиллашыуға ынтылышлы, ныҡышмал булыуы менән арбаусы Руфина Азаматова ла бар.

- Әлбиттә, гранттар конкурсында ҡатнашып, 2021-2022 уҡыу йылында ҙур аҡсалата бүләккә эйә булыуым үҙ көсөмә ышанысымды арттырҙы, артабан тырышып эшләргә дәрт өҫтәне. Конкурста өс йыл буйы яуланған уңыш-ҡаҙаныштар иҫәпләнде, айырыуса “Башҡорт теле дәрестәрендә илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү” темаһына бағышланған проект эшем юғары баһаланды һәм тейешле һөҙөмтә бирҙе. Теләгән һәр кемгә уңыш йылмая, бары тик тырышлыҡ кәрәк, - тип грантҡа бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ.

 Руфина Юлай ҡыҙы Мораҡ башҡорт гимназияһында 2018 йылдан башлап эшләй. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында уның күпме уҡыусы балаларға туған тел һәм әҙәбиәттән төплө белем биреүенә, уларҙың кескәй йөрәктәренә бөйөк Рәми теленең наҙын, аһәңлеген бар нескәлектәрендә еткереүенә, туған телебеҙгә ҡарата ихтирам-хөрмәт тәрбиәләүенә күптәребеҙ шаһит. “Күл тамсылап йыйыла” тигәндәй, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусының да уңыштары бөртөкләп йыйылған, бөгөнгө ҡаҙаныштарына ул бәләкәс аҙымдар һәм ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм үҙ-үҙенә талапсанлыҡ ярҙамында килгән.

 

 Ул Үрге Сирбай ауылында 1988 йылдың 4 ноябрендә тыуған. “Моң-шишмәләй наҙлы” туған телебеҙгә һөйөү уға сабый саҡтан, һөйөклө әсәһе Венера Зиннәт ҡыҙы көйләгән бишек йырҙарынан уҡ һалына. Мәктәптә уҡыған осоронда уҡ белемгә әүәҫ ҡыҙ Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы мауыҡтырғыс итеп алып барған туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алыр була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Туғыҙынсы кластан һуң 2 йыл Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыған мәлендә лә уҡытыусы Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы менән төрлө ижади бәйгеләрҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҙған олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуға ирешә.

 Гимназияны уңышлы тамамлағас, 2006 йылда Башҡорт дәүләт университетеының башҡорт филологияһына ситтән тороп уҡырға инә. Артабан  уҡыуын педагогик эшмәкәрлек менән уңышлы үреп бара. Туйөмбәт ауылы башланғыс мәктәбендә эшләгән осорҙа Зәйнәб Биишеваның йорт-музейы мөдире Гөлшат Ҡунаҡбаева (мәрхүмә) менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, даими йәнле саралар үткәрәләр, ауыл халҡын нәфис әҙәбиәткә йәлеп итеү юҫығында әүҙем эш алып баралар.

  Мәктәп ябылғас, артабан район үҙәгендә эш булырына өмөт итеп һәм мәктәпкә барырға әҙерләнгән улдарын хәстәрләп, Азаматовтар ғаиләһе Мораҡ ауылына йәшәргә күсә. Руфина Юлай ҡыҙы “Уралҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. Йәш ғаиләләргә бирелгән субсидия ярҙамында тиҙ арала торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә – район үҙәгендә мөһабәт йорт һалып инәләр. Ошо урында булдыҡлы ғаилә башлығы, Туйөмбәттең аҫыл егете - Зөлфир Ришат улының алтын ҡуллы балта оҫтаһы булыуын телгә алғы килә. Бала йәнле атай, ышаныслы тормош юлдашы булараҡ, ул ғаиләнең матди яғын хәстәрләп сит тарафтарға вахта менән йөрөп аҡсаһын да таба, шәхси хужалыҡта ла төп донъя терәге булып тора. Шахмат уйнарға, ҡурайҙа халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөргә лә оҫта ул.

 Ғөмүмән, Азаматовтарҙың күркәм ғаиләһендә милли мөхит булдырылған. Башҡортлоғо, халҡыбыҙҙың данлы үткәне, рухи ҡомартҡылары менән ғорурлана белгән ата-әсә бөркөттәй улдарын да телһөйәр һәм илһөйәр рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша. Өлкәне – Инсаф ил ағаһы исемен йөрөткән гимназияның 7-се шайморатовсылар класын, кинйәләре – Ислам 3-сө класын тамамланы. Атаһына оҡшап Ислам да ҡурайҙа уйнарға ярата, йәш йондоҙҙар тоҡандырыусы З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлегенә (етәксеһе - Юлай Ҡыҙрасов) ҙур теләк менән йөрөй.         

 

 Ике улдың изгелекле әсәһе уҡыусыларын да, мәктәптәге балаларҙы ла үҙенекеләй яҡын күреп, һәммәһенә йөрәк наҙын тигеҙ өләшеүе менән һоҡланғыс. Шуға күрә Руфина Юлай ҡыҙын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй хөрмәт итә.

 Һәләтле педагогтың уҡыусылары араһында төп дәүләт имтиханы итеп башҡорт телен һайлаусылар байтаҡ (был да – яҡшы һөҙөмтә!), республика кимәлендә уҙған олимпиада призерҙары ла бар. Шулай уҡ даими рәүештә республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙың, төрлө ижади бәйгеләрҙең еңеүселәре булып тора улар.

 Дәрестәрен гел төбәк компонентын иҫтә тотоп ҡорған, мауыҡтырғыс биргән уҡытыусы үҙ иленең, үҙ еренең патриоттарын үҫтереүгә айырыуса тос өлөш индерә, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Быйыл ул башҡорт, рус, туған телдәрҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһында уҙған республика конкурсында ла ҡатнаша һәм ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итә. “Бындай дәртләндергес сараларҙа ҡатнашыу – үҙе ҡыуаныс”, - ти ул.

 Кәртәләрҙән ҡурҡмай, дәрт-дарманын һәм бар тырышлығын алға егеп һәр саҡ яҡшыға, уңыштарға уҡталып, һөнәри эшмәкәрлегендә гел алға, камиллашыуға ынтылғанға күрә лә Руфина Азаматоваға уңыштар юлдаш. Тап шундай булырға тейештер ҙә яңы заман уҡытыусыһы!

***

 Фәйрүзә Ибраһимова, Мораҡ ауылы Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы директоры:

- Республика Башлығы Указы менән булдырылған гранттар, әлбиттә, ауыл уҡытыусыларына бер яҡтан артабан сәмләнеп эшләр, ҡаҙаныштарға ынтылыр өсөн дәртләндергес сара, икенсе яҡтан матди яғын яҡшыртыу өсөн ҙур дәүләт ярҙамы булып тора. Беҙҙең гимназия уҡытыусылары ла гранттар конкурсында даими ҡатнаша һәм ыңғай һөҙөмтәгә ирешә. Быйыл, мәҫәлән, йәш белгесебеҙ Альбина Исмәғил ҡыҙы, быға тиклем инглиз теле уҡытыусылары – Гөлнара Исҡужина һәм Гүзәл Ғәзизова был грантҡа эйә булды.

 Ике йыл элек грант яулаған Руфина Юлай ҡыҙы эшкә яуаплы ҡарауы менән ысынлап та үҙен лайыҡлы белгес итеп күрһәтте. Ул һәр яҡлап әүҙем. Методик ойошманың етәксеһе лә, мәктәбебеҙҙә эшләп килгән һәм гимназия тормошон яҡтыртҡан “Гимназия тауышы” телевидениеһының режиссеры ла. Үткән уҡыу йылында уның уҡыусыһы – Айзилә Мәхмүтова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҙған төбәк-ара олимпиаданың призеры булды. Был беҙҙең өсөн ҙур һөҙөмтә, юғары күрһәткес. Руфина Азаматова үҙенең уҡыусылары менән төрлө кәңәшмәләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм уңышлы сығыш яһай. Бынан тыш, яуаплы класс етәксеһе лә. Был уҡыу йылында уның алдында тағы ла ҙур бурыстар тора, сөнки 9-сы класты сығарыу шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ талап итә. Руфина Юлай ҡыҙына, ғөмүмән, форсаттан файҙаланып, гимназияның бар педагогик коллективына яңы үрҙәр, ҙур уңыштар теләге килә.   

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: