Һуңғы йылдарҙа районда ете спорт залы ремонтлана “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә Сәйетҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбе спорт залына капиталь ремонт уҙғарыла. Был яңы уҡыу йылына балаларға ғына түгел, ә бөтә ауыл халҡына шәп бүләк буласаҡ.
Алыҫ ауылдарҙан балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү һорауы төбәк Башлығының айырым контролендә тора. Махсус программаға ярашлы, Йомағужа 2-се урта мәктәбе үткән йыл яңы автобус алған.
“Мәғариф” һәм “Һанлы белем биреү мөхите” милли проекты буйынса районда 13 “Үҫеш нөктә”һе уңышлы эшләй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең иң яҡшы кабинеты республика конкурсы буйынса Воскресеск мәктәбе еңеүселәр рәтенә ингән.
2023 йылда инициативалы бюджетлау сиктәрендә бөтә белем усаҡтары араһында конкурс иғлан ителә, ундаЗ.Биишева исемендәге Мораҡ һәм Йомағужа 2-се урта мәктәптәре еңеп сыға. Улар инициативаларын тормошҡа ашырыр өсөн республика бюджеты иҫәбенән 650 мең (Йомағужа) һәм 500 мең һумлыҡ (Мораҡ) ҡорамалдар алған.
Патриотик тәрбиә биреү мәғариф өлкәһе өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала килә. Тарихһыҙ киләсәк юҡ, тиҙәр һәм юғары мәҙәниәтле йәмғиәт үҫешһен өсөн тыуған яғыңдың ысын патриоты булырға кәрәк.
Мәктәптәрҙә хәрби-патриотик тәрбиә буйынса
клубтар булдырыу эше алып барыла, тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса директор кәңәшселәре булдырылған. Балаларҙы өлкән быуын вәкилдәре батырлыҡтары өлгөһөндә тәрбиәләү маҡсатында 10 герой партаһы асылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән даими рәүештә осрашыуҙар үткәрелә, балалар һалдаттарға хаттар яҙа, ата-әсәләре һәм уытыусылары менән гуманитар ярҙам йыя.
Районда “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел ойошмаһы ойошторолған.
Былтырҙан бирле бөтә мәктәптәрҙә уҙғарылып килгән “Мөһим әйберҙәр тураһында һөйләшеү” дәрестән тыш сараһы матур йолаға әүерелгән.
6-сы кластан юғары уҡысылар өсөн Һәр кесаҙна “Рәсәй – минең горизонттарым” профориентация уҡыуҙары ойошторола.
Йәмғиәт, йәштәр иғтибарын уҡытыусы һөнәренә йәлеп итеү бик мөһим. Шуның өсөн 2019 йылдан ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға 690 мең һум күләмендә грант тапшырыу тураһында Указ ҡабул ителгән. Грант сараларында ҡатнашыу эше яҡшы ойошторолған. Беҙҙең райондан бөтәһе 35 педагог был грантҡа эйә булған, уның 9-ы былтыр алһа, быйыл – 4.
Бөтәһе белм биреү усҡтарында 530 педагог эшләй, уның 335-е – уҡытыуслар.
Һөнәри эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштарҙы дәртләндереү һәм республикала йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында 40 мең һум күләмендә йыллыҡ гранттар бар, улар 2012 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр конкурс һайлап алыу нигеҙендә тапшырыла. Ағымдағы йылда был конкурста З.Биишева исемендәге Мораҡ мәктәбенең башлағыс кластар уҡытыусыһы
Ю.С.Ҡотлобулатова менән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы И.А.Дәүләтбаевалар ҡатнаша, ошо арала һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ.
Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу формаларының береһе булып педагогик оҫталыҡ конкурстары тора. Йыл һайын “Йыл уҡытыусыһы” республика когкурсында беҙҙең район вәкилдәре призер һәм еңеүсе була. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Ғ.Ишҡыуатова 2023 йылда лауреат исемен яуланы, мәғариф эшсәндәренең республика август конференцияһында уға төбәк башлығының аҡсалата премияһы тапшырылды, ә 2023 йылдың 5 октябрендә ул Башҡортостан делегацияһы составында ауыл уҡытыусыларының VII Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты.
Күп педагогтар үҙҙәренең белем кимәлен үҫтерергә тырыша. Педагогик эшмәкәрлектәге һөҙөмтәләр өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премия (200 мең һум) конкурсында ағымдағы йылда З.Биишева исемендәге Мораҡ мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Г.А.Кинйәбулатова ҡатнаша. Башҡорт, рус, туған телдәрҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһында аҡсалата бүләк республика конкурсына Мораҡ 1-се урта мәктәбенән З.Ғ.Ишҡыуатова, Башҡорт гимназияһынан Р.Ю. Азаматова һәм З.Биишева исемендәге Мораҡ мәктәбенән И.З.Сыңғыҙовтар заявка ебәргән.
Быйыл беҙҙең район мәктәптәренең 11--се класын 92 уҡыусы тамамлай, уларҙың 35-е – айырым өлгөләге аттестат һәм уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн 1-се һәм 2-се дәрәжә миҙалдарын ала.
Күп йыллыҡ белем алыуҙың һөҙөмтәһе – ул имтихандар тапшырыу. Балалар был һынауҙарҙы лайыҡлы үткән. Һигеҙ предмет буйынса уртаса балдар уҙған йылғы һөҙөмтәләрҙән яҡшыраҡ. Юғары балл алыусылар артҡан (81 һәм унан күберәк).
Уҡыусылар һәм педагогтарҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре һәм әүҙемлеге бер аҙ төшкән, әммә предмет буйынса диапазон киңәйгән, шулай уҡ балалар фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа, слеттарҙа, фестивалдәрҙә һәм турнирҙарҙа ҡатнашҡан.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. 2023-2024 уҡыу йылында төбәк этабына 10 предмет буйынса 20 уҡыусы саҡырылған, һөҙөмтәлә 8 бала төбәк этабы призеры булған.
Бөтә уҡыу процесы барышында балаларҙың дөйөм үҫешенә иғтибар бирелә, улар төрлө экскурсияларға йөрөй, патриотик, рухи-әхлаҡи, спорт, туристик, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Н.РӨСТӘМОВА.
***
Районда 25 дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй, уның 13-ө – урта, 12-е – төп; 20 балалар баҡсаһы, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бар. 2023-2024 уҡыу йылында мәктәптәрҙә 3569 уҡыусы белем алған, балалар баҡсаһында - 1213, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 1487 бала шөғөлләнгән. Ағымдағы йылда 1-се класҡа 280 уҡыусының килеүе көтөлә.
***
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров мәктәп белемен үҙ эшмәкәрлегендәге иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләне:
“Беҙ балаларҙың мәктәптә үткәргән йылдары улар өсөн иң яҡшыһы булһын өсөн хәстәрлек күрергә тейеш. Уның өсөн республиканың мәғариф системаһында йылдар буйына йыйылған иң яҡшы мәктәп йолаларын һаҡларға кәрәк.”
***
Рәсүл ӘХМӘТЙӘНОВ, райондың мәғариф бүлеге начальнигы:
Педагогтарҙың бөтә эше ике мөһим эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән: белем һәм тәрбиә. Ил Президенты Владимир Путин был һүҙҙәр араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйҙы һәм тәрбиәне бөтә мәғариф системаһының төп мәсьәләһе тип билдәләне.
Бөгөн балаларҙа белемгә һәм ижадҡа һөйөү уятыу ғына түгел, ә уларҙың һәр береһендә эшһөйәрлек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, илдең ысын гражданын формалаштырыу айырым әһәмиәткә эйә. Мәктәп йәше – бының өсөн иң яҡшыһы.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, инновацион программаларҙың, яңы мәғариф технологияларының булыуы ҙур үҙгәрештәргә алып килә, тәрбиәселәр һәм уҡытыусыларҙың һөнәри үҫешенә талаптарҙы күтәрә, һәм шуның менән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм белем биреү ойошмаларының эшен әҙерләү сифатын арттырыуға булышлыҡ итә.
Нисек кенә булмаһын, мәктәп йөҙөн уҡытыусы билдәләй. Беҙҙең педагогтар эштәре тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ дәртле, әүҙемдәр, һәр саҡ яңы идеялар менән яналар, шул иҫәптән һәр саҡ матурҙар һәм алсаҡтар. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан уларҙың бөтәһенә лә яңы һөнәри ҡаҙаныштар, хеҙмәттәштәр, ата-әсәләр хөрмәте, балалар менән ижади мөнәсәбәт теләйем.