Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Июль , 15:00

БДИ-ла иң юғары балл йыйған уҡыусылар - беҙҙең ғорурлыҡ!

Быйыл район мәктәптәрен тамамлаған тиҫтәләгән уҡыусы имтихандарҙан юғары күрһәткестәргә өлгәште. Уларҙың араһында иң юғары балл йыйған уҡыусы – Мораҡ башҡорт гимназияһынан Йософ Янбаев, ул биология буйынса (уҡытыусыһы – А.Х. Арыҫланбаева) 98 балл алған. Тағын ниндәй  мәктәп шундай уҡыусылары менән ғорурлана ала? Был хаҡта - сайтта. 

БДИ-ла иң юғары балл йыйған уҡыусылар - беҙҙең ғорурлыҡ!
БДИ-ла иң юғары балл йыйған уҡыусылар - беҙҙең ғорурлыҡ!

Йософ  башҡа имтихандарҙы ла яҡшы тапшырған:  математиканан (база кимәле) – “биш”, рус теленән - 83, химиянан 82 балл.

Имтихандарҙы бик уңышлы тапшырғандар исемлегендә 2-се урында -  Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Кристина Антохина. Тырыш, маҡсатлы ҡыҙ  рус һәм инглиз телдәре буйынса (уҡытыусылары – А.С.  Хәлитова, В.Т. Ташбулатова) 94-шәр балл йыйған. Был исемлекте артабан гимназия уҡыусылары – үҙҙәре һайлаған фән буйынса 93-шәр балл йыйған Айзилә Мәхмүтова (биология, А.Х. Арыҫланбаева) менән Илина Ҡорбанаева (тарих, Я.А. Савина) дауам итә.
 Ә бына Дилбәр Буранбаева (Исем урта мәктәбе, В.А. Кулагин), Полина Савина (Мораҡ 1-се урта мәктәбе, уҡытыусыһы - А.В. Григорова) һәм Искәндәр Сафин (Мораҡ башҡорт гимназияһы, С.М. Кәримова) химияны үҙ итә икән, уларҙың был фән буйынса берҙәм дәүләт имтиханындағы һөҙөмтәһе - 91-шәр балл.
 Физика буйынса 90 балды Камил Һабашев (Мораҡ 1-се урта мәктәбе, уҡытыусыһы – Д.Д.Баймырҙин) менән Илһам Күсмәев (Йомағужа 1-се урта мәктәбе, Л.Ғ. Кинйәбулатова) алған.

Афарин!!!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: