Башҡорт гимназияһында Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы дәүләт гимндарын тыңлауҙан башланды һәм һанаулы ғына көндәрҙән оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ егет-ҡыҙҙар класс етәкселәре Тайлякова Марина Федоровна менән Ғүмәров Алик Робертович оҙатыуында һуңғы линейкаға йыйылды. Гимназия директоры Фәйрүзә Ибраһимова сығарылыш уҡыусыларының әүҙемлеген, тырышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәсүл Әхмәтйәнов ҡотланы.
Сара хаҡындағы тулы мәҡәлә - гәзитебеҙҙең киләһе һанында.