Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Май , 08:50

Булдыҡлы йәштәребеҙ бар

Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алған егет-ҡыҙҙар араһында үҙҙәренең өлгөрлөгө, киң ҡарашлы, эҙләнеүсән, маҡсатлы булыуҙары менән һоҡландырған уҡыусылар күп. Уларҙың береһе –11-се “а” класы уҡыусыһы Динислам Хәлитов. 1-се кластан уҡ гимназияла белем алған үҫмер тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.

Булдыҡлы йәштәребеҙ бар
Булдыҡлы йәштәребеҙ бар

Бар яҡлап тырыш, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуя белгән егет ул. Хыялы - киләсәктә төплө белемле табип булып, кешеләргә ярҙам итеү. Шуға ла химия менән биологияны үҙ итә, был фәндәрҙе өйрәнеүгә бар тырышлығын һала. 2023 йылда биология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү яулай, 2024 йылда ошо уҡ олимпиадала призер исеменә лайыҡ була.

 Фото Динислам Хәлитовтың шәхси архивынан алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: