Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Май , 08:45

Бар яҡлап та өлгөр ул - Элина!

Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се “а” класы уҡыусыһы Элина Иҫәнбаеваны күптәр әүҙем ҡыҙ тип белә. Ул 1-се кластан алып гимназияла белем ала һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә.

Бар яҡлап та өлгөр ул - Элина!
Бар яҡлап та өлгөр ул - Элина!

- Элина  бик тырыш, юғары эрудициялы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 9-сы класты тамамлағанда  махсус өлгөләге аттестатҡа эйә булды.

 Йыл һайын биология, экология, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса мәктәп, муниципаль этаптар буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призер булды, еңеү яуланы.

 Элина тормошто ярата, һәр ваҡыт оптимистик ҡарашлы, аралашыусан. Шуға ла уның дуҫтары күп, класташтары менән яҡшы мөнәсәбәттә, - ти уҡыусыһы хаҡында класс етәксеһе Марина Тайлякова.

Әйткәндәй, Элина йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай: һабантуйҙарҙа, “Ауыл көнө”, “Йәштәр көнө” кеүек сараларҙа, башҡа байрамдарҙа ҡатнаша. Күптән түгел ул Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрамда йәштәр исеменән йөкмәткеле итеп сығыш яһаны.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: