Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Май , 16:35

Хыялдарҙың ҡанат киргән мәле

Яңы Хвалын урта мәктәбенең 9-сы класын быйыл 15 уҡыусы тамамлай. 

Хыялдарҙың ҡанат киргән мәле
Хыялдарҙың ҡанат киргән мәле

2016 йылдың 1 сентябрендә тәүге тапҡыр мәктәп буҫағаһына аяҡ баҫҡан уҡыусылар улар. Тәүге уҡытыусылары Миләүшә Ғәли ҡыҙы Килсенбаева уларҙы уҡырға-яҙырға ғына түгел, донъяны танып белергә  һәм һәр саҡ изгелеккә ынтылырға ла өйрәткән.

 Артабан уларҙы класс етәкселәре Илнур Рафаил улы Ҡунысбаев үҙ ҡанаты аҫтына алған. 

15 егет-ҡыҙ – Радмир Әбделмәнов, Мийрбәк Алламбиргәнов, Илүзә Иҙрисова, Азамат Иҙрисов, Роман Ишкилдин, Регина Казбакова, Эльвина Моталлапова, Артур Рафиҡов, Рәсүл Рафиҡов, Данис Сабитов, Илнар Фәйезов, Илнар Хәмитов, Зәйнәб Дауытова, Гөлсирен Ташбулатова һәм Айгизә Төхвәтуллина уҡыу дәүерендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, белем усағында үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан.

 Улар хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Хыялдарҙың ҡанат киргән мәле
Хыялдарҙың ҡанат киргән мәле
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: