Улар “Рәсәй” күргәҙмәһендә «Рәсәйҙә беренселәр — мөмкинлектәр илендә» Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашты.
Был мауыҡтырғыс сәйәхәткә “Беренселәр хәрәкәте” проекттарында ҡатнашҡан әүҙем балалар барҙы. Улар - фән, сәнғәт, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге йәш лидерҙар, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемдәре.
Егет-ҡыҙҙар баш ҡалала “Беренселәр” павильонына һәм Башҡортостан Республикаһы майҙансығына барған, баш ҡала буйлап экскурсияға сыҡҡан.
Балалар ҡаланың иң ҡыҙыҡлы урындарында - Ҡыҙыл майҙанда, Кремлдә, “Мәскәү-Сити” халыҡ-ара эшлекле үҙәгендә, Ҡытай-ҡалала, Мәскәү дәүләт университетында һәм башҡа бик күп тарихи иҫтәлекле урындарҙа булғандар.
Бындай саралар үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар Рәсәй төбәктәренең ғорурлығына әйләнгән алдынғы технологияларҙы, инновацион проекттарҙы үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн мөмкинлек ала.