Үҙҙәре спорт магазины тотҡан Псәнчиндарҙың маҡсат-теләге изге: тыуған мәктәптәрендә уҡыған уҡыусылар белемле, көслө, һау-сәләмәт булып үҫһендәр, спортты яратһындар һәм тыуған ауылға, илебеҙгә кәрәкле улдар һәм ҡыҙҙар булып үҫһендәр. Бындай бүләктәргә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик ҡыуанды.
Беҙҙең белем усағын тамамлап, төрлө өлкәлә эшләп йөрөгән элекке уҡыусыларыбыҙың барыһы ла тыуған мәктәптәрен бер ҙә иҫтәренән сығармай. Класташтары менән йыл һайын осрашып торалар, бер-береһе, уҡытыусылары менән бәйләнеште өҙмәйҙәр һәм бына ошолай тыуған мәктәптәренә ҙур бүләк тә эшләйҙәр.
Псәнчиндар ғаиләһенә иҫәнлек, эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек, бәрәкәтле тормош теләп ҡалабыҙ һәм ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!
Әлисә МАННАНОВА.
Күгәрсен ауылы.