Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Ғинуар , 16:32

Аҡ хыялын елкән итеп

 Бөгөн, Рәсәй студенттары көнөндә, һүҙебеҙ ҙә районыбыҙҙың аҫыл егеттәренең береһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курс студенты – Шайморат Аҡкилдин хаҡында.    Ябай ауыл малайы оҙаҡ йылдар Мораҡ үҙәк район дауаханаһында намыҫлы хеҙмәт күрһәткән әсәһе Фаягөл Юлай ҡыҙы (хәҙер ҡалала ковид-госпиталдә) һәм атаһы Әлфир Нафиҡ улы, хөрмәтле апайы – әлеге ваҡытта Йылайыр районында терапевт булып эшләгән Гөлдәр Булатова йоғонтоһонда тәрбиәләнеп,  бәләкәстән аҡ халатлыларға ҡарата тәрән ихтирам-хөрмәт хистәре менән буй еткерә.

Аҡ хыялын елкән итеп
Аҡ хыялын елкән итеп

 Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыған осорҙа өлкән кластарҙа биология һәм химия фәндәре менән мауыға. Был дәрестәрҙе алып барған Альбина Хәмзә ҡыҙы һәм Лидиә Ҡәбир ҡыҙының дәрестәрен һәр саҡ көтөп алыр була. Рус теленән дәрестәрҙе тәмле, мауыҡтырғыс итеп бирә белгән, үҙе лә йор һүҙле, бай телле Марина Федоровнаға ла сикһеҙ рәхмәтле ул.

- Өфө ҡалаһын шул тиклем яратҡанғалырмы, студент тормошона йәһәт өйрәндерҙе. 4-се дөйөм ятаҡта йәшәйем, бүлмәлә дүрт егет. Әллә ниндәй ыңғай шарттар булмаһа ла, ятаҡ тормошо күңелле инде, егеттәр менән имтихандарға бергәләп әҙерләнәбеҙ. Интернет заманы булғас, уҡыу буйынса теләгән мәғлүмәтеңде табаһың, шуныһы яҡшы. Мәктәптә уҡығанда уҡ гитара менән мауыға инем, бында ла музыка менән шөғөлләнергә ваҡыт табырға тырышабыҙ, үҙебеҙҙең төркөм бар. Яңы йылға ойошторолған концертта ҡатнаштыҡ, хәҙер алда студент яҙы, унда ла йыр әҙерләргә кәрәк... - тип, ҡыҫҡаса заман студентының тормошон ҡылыҡһырланы Шайморат.

 Әлеге ваҡытта уның яңыраҡ ҡына сессияһын уңышлы тапшырып, иркен тын алып ҡуйған мәле. Ә алдында башланмаған өс курс – имтиханға әҙерләнеп күпме йоҡоһоҙ үткәрәсәк төндәре, күпме үтәһе һуҡмаҡтары бар! Бәлки, ике йыл тағы ла ординатурала белем эстәү мөмкинлеге лә тейер...

 Эйе, аҡ хыялын елкән итеп, гимназияла алған матур белемен йөҙгә тапҡырларға тырышып фән тауына, маҡсатына ҡыйыу юл ярған ныҡышмал холоҡло, саф күңелле, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡарашлы, сәнғәткә ғашиҡ егет ул Шайморат Аҡкилдин. Еңел түгел заманда йөрәгендәге дәрт-ялҡыны ғына һүрелмәһен, юлдары гел уң булһын!

 Тулыраҡ яҙмабыҙ – гәзиттең бөгөнгө һанында.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: