Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Ғинуар , 11:35

Тел Ҡытайға еткерер

Алина Арыҫланова Воскресенский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең иң әүҙем уҡыусыларының береһе була. 

Тел Ҡытайға еткерер
Тел Ҡытайға еткерер

Алина беренсе класҡа төшкәнгә тиклем үк ул уҡый, яҙа һәм һанай белә.

 Ул рәсем, тарих, рус һәм башҡорт телдәре буйынса төрлө кимәлдәге бөтә сараларҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашты. Һүрәттәр, плакаттар конкурстарында һәм ижади бәйгеләрҙә призер һәм еңеүсе булды. Мәҫәлән, “Йәш прозаик” номинацияһында еңеү яуланы, тәбиғи һәм ташландыҡ материалдарҙан яһалған иң яҡшы изделиелары өсөн Почет грамотаһы алды. Һуңыраҡ уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн район хакимиәте башлығы стипендиаты исеменә лайыҡ булды.

  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Инглиз теле һәм рус теле сит тел булараҡ” белгеслеге буйынса юелем алды. Инглиз теленән тыш Ҡытай теле үҙләштерҙе, - ти уның хаҡында В.С. Бекетов исемендәге Воскресенский урта дөйөм белем биреү мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльвира АЛЛАБИРҘИНА.

Әлеге көндә ҡыҙ Ҡытайҙа, ул сәйәхәт итергә ярата. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: