Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Декабрь 2023, 14:15

Үҙ телебеҙҙе ҡәҙерләйек!

Зөһрә ХӘСӘНОВА, БР мәғариф отличнигы: - Уйлап ҡараһаң, донъялағы мөғжизәгә хайран ҡалырлыҡ! Әйтеп тә, аңлатып та бөтөрлөк түгел! Шуларҙың береһе - Ер йөҙөндә йәшәгән төрлө милләт һәм уларҙың туған телдәре. Иҫ киткес! Шулар араһында минең туған башҡорт телем! Бөйөк яҙыусыларыбыҙҙан, шағирҙарыбыҙҙан уҙып туған телемә әллә ниндәй дан йырлап ултыра алмайым, уларҙың әйткән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм.          Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың һәм халыҡ яҙыусыһы, инәйем Зәйнәб Биишеваның туған телгә арналған шиғырҙарын бер ваҡытта ла күңелем тулмайынса яттан һөйләй алманым. Йөрәк йыш- йыш тибә, һулыш йышая! Туған телемә булған һөйөүемдән тойғоларым таша... Аллаһы Тәғәле телдәрҙе бушҡа ғына күп итеп яратмаған. Тимәк улар кәрәк, йәшәргә тейеш.          Телгә арналған мәҡәл- әйтемдәребеҙ ҙә бик күп. Туған телебеҙ беҙгә һулар һауа,эсер һыу һымаҡ кәрәк. Сөнки уның ярҙамында беҙ иң беренсе донъяны таныйбыҙ, фекерләү ҡеүәбеҙҙе үҫтерәбеҙ, аң- даирәбеҙҙе байытабыҙ. Башҡорт теле аша беҙ ҡырҡлаған төрки халыҡтарының телен аңлайбыҙ. Туған телде белеү һаулыҡ өсөн дә файҙалы.

 

         Мин үҙемдең туған телемде шул тиклем ныҡ яратам, хөрмәт  итәм. Ул минең һәр күҙәнәгемдә! Ләкин, ҡыҙғаныска күрә, бөтә башҡорт та ундай түгел шул. Башҡорт теле нимәгә кәрәк ул, унан барыбыр имтихан бирмәйҙәр, тигән йән әсеткес һүҙҙәрҙе куп ишетергә тура килә. Ауылдағы саф башҡорт балаларының рус телендә аралашыуы йөрәккә хәнйәр булып ҡаҙала. Радио- телевидениела башҡорт телен боҙоп һөйләгән, таҙа һөйләшә белмәгән йәштәребеҙ күренә бара. Шул уҡ ваҡытта, телде һаҡлауға үҙзәренең көсөн, талантын һалған йәштәребеҙҙең булыуы ла эскә йылы төшөрә.
         Телде һаҡлау иң беренсе ғаиләнән башлана тиһәм, кемдеңдер һүҙен ҡабатлау тимәгеҙ, был иҫбат ителгән. Ата- әсә ғәмһеҙ булмаһа, талапсан булһа, бала туған телен белеп үҫәсәк. Мин бер ғаиләне беләм. Ире сыуаш, ҡатыны башҡорт. Балаларҙың теле башҡортса асылған, сөнки ире, башҡорт теле -әсә теле булған өсөн шулай теләгән. Башҡорт телен үҙе лә өйрәнгән.
         Мираҫ ағай Иҙелбаев менән бер әңгәмә иҫтә алған. Ейән- ейәнсәрҙәре телефондан русса өндәшһә, нимә тинең, аңламайым, тип шаяртырға ярата икән әҙип. Бала, теләһә лә , теләмәһә лә ҡартатай-ҡәртәсәйҙәренә башҡортса өндәшә. Ысынлап та, Гөлфиә Юнысова менән Мираҫ  Иҙелбаевтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе йәштәргә өлгө булырлыҡ.

         Утыҙ йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусы булып эшләү дәүеремдә арымай- талмай, бөтә йөрәгем аша үткәреп балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләнем. Ниндәй генә саралар үткәрелмәне, йырҙар өйрәтелмәне, шиғырҙар ятланманы. Зәйнәб Биишеваның  “Башҡорт теле” шиғыры оҙон, башланғыстар өсөн ауырыраҡ булһа ла, барыбер яйлап- яйлап ятлаттырып бөтә торғайным, тормошта кәрәге тейер тип. Рәми Ғариповтың  “Туған тел”  шиғырын әйтеп тә тормайым: ул беҙҙең лозунг булды. Хеҙмәтем бушҡа булмағандыр, тием. Бер нисә тапҡыр район күләмендәге олимпиадаларҙа еңеү яуланыҡ. Бер йылды хатта беренсе өс урынды минең уҡыусыларым яуланы.

         Туҡһанынсы  йылдарҙа, халыҡтың үҙаңы күтәрелгән, асылған дәүерҙә, үҙ ҡолағым менән нисәмә күренекле кешеләрҙең ата- әсәһенә ҡарата белдергән үпкә һүҙҙәрен ишетергә тура килде. Рухлы булыу ғына етмәй,туған тел ,ейәр ризыҡ кеүек, кешегә һәр саҡ кәрәк. Шул йылдарҙа Әхмәр Үтәбайҙың  “Башҡортостан ҡыҙы” журналында донъя күргән маргиналдар,йәки бүре-эттәр тураһындағы мәҡәләһе лә ныҡ тетрәндергәйне. Ундай бүре-эттәр әле ваҡытта тағы ла күбәйгәндән- күбәйә генә бара...

         Балаларыбыҙ, ейән- ейәнсәрҙәребеҙ телде белеп үҫһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәр! Башҡортса китап-журналдар уҡыйыҡ, тапшырыуҙар ҡарайыҡ. Үҙ телебеҙҙә матур итеп һөйләшергә өйрәнәйек!

Үҙ телебеҙҙе ҡәҙерләйек!
Үҙ телебеҙҙе ҡәҙерләйек!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: