Мораҙым
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Декабрь 2023, 15:30

Быуындар сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәһен!

Физәлиә НУРМӨХӘМӘТОВА, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы: - Бөгөнгө көндә туған тел уҡытыусыһы – милләтте тарҡалыуҙан һаҡлаусы, уның киләсәген булдырыусы шәхес. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы – тыуған ергә, халыҡҡа, телгә һөйөү тәрбиәләү, милләт яҙмышын хәстәрләгән шәхестәр үҫтереү. Ябай эшсенән алып президентҡа тиклем бөтәһе лә уҡытыусы тәрбиәһе аша үтә.          Боронғо философтар: “Әгәр дәүләттә оҫта тегенсе юҡ икән , халыҡ нимә етте, шуны кейәсәк; әгәр дәүләттә оҫта икмәк бешереүсе юҡ икән, халыҡ бер ваҡытта хуш еҫле икмәк тәмен белмәйәсәк; әгәр дәүләттә яҡшы уҡытыусылар юҡ икән , ул дәүләттең йәшәүгә һәләте булмаясаҡ,” - тигән. Ысын мәғәнәһендә, бөтә нәмә уҡытыусынан башлана. Унһыҙ шағир ҙа, аҡыл эйәләре лә булмаҫ ине. Заман уҡытыусыһы – ябай уҡытыусы ғына түгел. Тәү сиратта, үҙенең асыл – булмышы, холоҡ – фиғеле менән дәрес кенә түгел, һабаҡ биреүсе лә булырға тейеш. Энә менән ҡойо ҡаҙығандай, туҡтауһыҙ эҙләнеү, оло хеҙмәт,тәрән кисерештәр,әхлаҡи таҙалыҡ та уның йәшәү рәүешенә әйләнеүе мөһим.


         Урта мәктәпте тамамлағас, мин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инеп, рус – башҡорт бүлегендә белем алдым. Беҙҙе бик рухлы уҡытыусылар уҡытты, улар телде ҡәҙерләргә һәм яратырға өйрәтте.

         Рус яҙыусыһы һәм уҡытыусы К. Д. Ушинскийҙың һүҙҙәрен миҫал итеп килтерә торғайнылар : “ Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай тоған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

          Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла. Туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләнеүендә төп урында тора !“ Был аҡыллы һүҙҙәр менән килешмәйенсә мөмкин түгел.
         Үҙемдең бик боронғо , сал тарихлы , бай мәҙәниәтле милләт вәкиле булыуым менән ғорурланам, шул тойғоларҙы уҡыусыларыма ла еткерергә тырышам . Уларҙың милләт терәге, милләт ғорурлығы булырҙай оло йөрәкле , юғары белемле, мәғлүмәтле шәхестәр булыуын теләйем. Киләсәктә оло дәрәжәләргә өлгәшһенме , ябай хеҙмәт кешеһе булһынмы – күңелдәрендә башҡортлоҡ тойғоһо һис юғалмаһын. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе киләсәк быуындарға имен – аман тапшыра барайыҡ. Быуындар сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәһен !

Быуындар сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәһен!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: