Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Декабрь 2023, 10:15

"Рухиәт көслө заманда эшләнек"

Рәшиҙә ИЛСЕҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны:          - Йөрәгендә халҡына ихтирам, һөйөү, ғәм, рух булған кеше, һис шикһеҙ, туған телен ҡәҙерләйәсәк. Туған телгә һөйөү ғаиләлә һалына. Әгәр ата-әсә үҙ телен хөрмәтләп, өйҙә саф башҡортса һөйләшә икән, балалары менән башҡорт телендә аралаша икән, әлбиттә, бала күңелендә лә үҙ теленә иғтибар артасаҡ.          Мәктәпкә генә ышанып тапшырырға ярамай. Беренсенән, дәрестәр һаны ныҡ кәмене; икенсенән, дәреслектәр ҡатмарлашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйемме, мәктәптәрҙә тел уҡытыу кимәле бөгөнгө көндә бөтөнләй икенсе төрлө. Дәреслектәр ҙә беҙ уҡытҡан замандыҡы түгел.          Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа, мәғариф та бер урында тапанырға тейеш түгел, шулай ҙа тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, шуны билдәләп үтер инем: хәҙерге заман әспабтары балаларҙы теленән биҙҙереү өсөн эшләнгән һымаҡ тоям. Ныҡ ҡатмарлы. Балалар башҡорт теленән биҙһен өсөн ошондай ҡатмарлы дәреслектәр уйлағандар тигән уй тыуа. Беҙ Псәнчин Вәли Шәғәлиевич дәреслеге менән уҡыттыҡ. Дәреслектең авторҙары алдында мин әллә нисәмә рәт асыҡ дәрес күрһәттем.  Псәнчин ағай унда үҙе, БР мәғарифты үҫтереү институтынан уҡытыусылар, методистар булды.          Ә бер ваҡыт беҙҙең районда тел уҡытыусыларының республика семинары үтте, беҙҙең районға “Ҡ”, “К” хәрефенә башланған райондарҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары килде. Шунда мин Вәли Шәғәлиевтың дәреслеге буйынса етенсе синыфта асыҡ дәрес бирҙем. Башҡорт класы, башҡорт мәктәбе. Телде яратып, тырышып эшләп йөрөгән саҡ. Уға тиклем мин немец телен уҡытып йөрөгәйнем, шунан башҡорт теленә күскәс, “ҡалай һәйбәт үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ телеңдә уҡытып йөрөү” тип уйлағаным әле лә хәтеремдә. Ныҡ тырышып эшләнем, етәкселәр тарафынан да эшем лайыҡлы баһаланды.          Әйтәһе фекерем шул: бөгөнгө дәреслектәр ныҡ ҡатмарлы. Дәреслекте мәктәптә уҡытмаған кешеләр яҙалыр тигән уй тыуа ирекһеҙҙән. Бәлки, мин хаҡлы ла түгелмендер, әммә балалар бөгөн уҡыған китаптарҙы ҡулға алып, ҡарап сығыу менән шундай тәьҫорат ҡала.

           Белеүегеҙсә, Теләүембәт башҡорт ауылы, балалар башҡорт мәктәбендә уҡый. Ҡайһы ваҡыт Фирғәт ағайығыҙ менән урамға сығып, эскәмйәлә һөйләшеп ултырабыҙ. Урамда  русса һөйләшеп үтеп барған балаларҙы күреп, күңел әрней. Иҫәнләшкәндә  йырта-емерә тигәндәй булһа ла, “Һаумыһығыҙ!” тип әйтеүен әйтәләр ул, шулай ҙа аралашыуҙары тотош рус телендә.

Бер көн мәктәп директоры Хәлил Хәмит улы Иҙелбаев та аптырап һөйләй: “Ата-әсәһе ауыҙ асып русса һөйләшә белмәй, балалары мәктәпкә “Здрасьте!” тип килеп инәләр” тип.

         Беҙҙең заман уҡытыусылары барыбер ҙә уҡытыуға ижади эш һымаҡ ҡараны тип әйтә алам. Әлбиттә, һис шикһеҙ, бөгөнгө йәштәр ҙә үҙ эштәрен күңел һалып башҡаралыр, шулай беҙҙең осор бер ни тиклем рухи күтәрелеш осоро һымаҡ булды.  Башҡорт матбуғаты менән дуҫ булдыҡ. “Йәншишмә” (“Башҡортостан пионеры”), “Аманат” журналдарын дәрестәрҙә йыш ҡулландыҡ. Һәр өйҙә алдыра торғайнылар. Яҙышыуға оҫталығы булған балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн мәҡәләләр яҙҙырып ебәреп, уларҙың күңелдәрен күреп, ҡанатландырып, илһамландырып эшләнек.

         Баҫмалар ҙа беҙгә ярҙам итеп торҙо: йәш хәбәрселәрҙе мөхәрририәте ағзаһы итеп алдылар. Был үҙенә күрә һөнәр һайлауға ла этәргес булды. Элекке йәш хәбәрсе исемен алған уҡыусыларым Гөлнәз Хәсәнова (Ишемғолова) “Тамыр” балалар телеканалы мөхәррире, Гөлназ Вәлиева (Хәлитова) телевидениела һәм радиола тапшырыуҙар алып барыусыһы. Уларҙан башҡа ла бик күп уҡыусыларым башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. Уҡытыусы өсөн был ҙур ҡаҙаныш һәм оло баһа.

         Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Шакир Янбаев, Рәмил Йәнбәк кеүек шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреп, уларҙың ижады, тормошо буйынса матур йөкмәткеле дәрестәр биргән саҡтарҙы иҫләйем дә һағынам. “Аҙналыҡтар”, “ун көнлөктәр”, “айлыҡтар” даими үтеп торҙо. Рухиәт көслө заманға эләкте беҙҙең ең һыҙғанып эшләгән осор.

"Рухиәт көслө заманда эшләнек"
"Рухиәт көслө заманда эшләнек"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: