Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Декабрь 2023, 09:33

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек

  Мәғлүм булыуынса, 2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Был ҡарарҙың төп маҡсаты - уҡытыусының йәмғиәттәге абруйын күтәреү, уның эшенең әһәмиәтен билдәләү, баһа биреүгә генә түгел, уҡытыусыларға социаль ярҙам күрһәтеүгә лә йүнәлтелде.          Ябай белем усағы миҫалында ҡуйылған бурыстарға өлгәшелдеме, юҡмы икәнлеге тураһында Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимова менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Фәйрүзә Азамат ҡыҙы, быйылғы Уҡытыусы һәм Остаз йылын йомғаҡларға ла күп ваҡыт ҡалманы. Нисек үтте йыл һеҙҙең өсөн?

- Быйылғы йыл уҡытыусылар өсөн айырыуса мөһим булды тип уйлайым. Ил Башлығы – уҡытыусының абруйын күтәреү, был һөнәргә ҡарата йәш быуыунда ихтирам уятыу кеүек төп бурыстар - барыһы ла бер ни тиклем тормошҡа ашырылды тип әйтергә мөмкин.

Беренсенән, уҡытыусы һөнәренә иғтибар артты, төрлө форумдар, семинарҙар, мәғариф саралары йышыраҡ үткәрелде; икенсенән, киң мәғлүмәт сараларында уҡытыусылар, остаздар тураһында йөкмәткеле мәҡәләләр донъя күрҙе, уларҙың эше, ябай уҡытыусы тормошо ыңғай яҡтыртылды. Әйткәндәй, йәмғиәттә фекер тыуҙырыу өсөн был да мөһим.

Ә гимназияны алғанда инде, беҙҙең өсөн быйылғы йыл  шуныһы менән иҫтәлекле булды – белем усағына Башҡортостандың Беренсе Президенты, яҡташыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исеме бирелде.   

Республиканың тәүге 5 этномәҙәни дөйөм белем ойошмаһына индерелеүе иһә айырыуса шатландырҙы.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингыһына ярашлы, БДИ, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һөҙөмтәләре, уҡыусыларҙың, педагогтарҙың республика кимәлендәге конкурстарҙа, ғилми-ғәмәл конференцияларҙа ҡатнашыуы, мәктәптең төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуы, сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәре һәм башҡа әһәмиәтле башланғыстар иҫәпкә алынған.  Бындай еңеүҙәр киләсәктә лә күп булһын ине тигән теләктәбеҙ, коллективҡа, уҡыусыларыбыҙға ҙур уңыштар юлдаш булһын.

         Коллективыбыҙға йәш уҡытыусы килде, был да ҙур яңылыҡ: Алһыу Радик ҡыҙы Шәкирова тарих һәм йәмғиәт фәненән уҡыта.

         Гимназияла уҡытыусыларға арналған күп кенә саралар үткәрҙек.  “Бәйләнештә” сайтында “Уҡытыусыға рәхмәт” акцияһында ла әүҙем ҡатнаштылар, остаздар тураһында стенд баҫтырылды. Бөгөнгө көндә иһә беҙ тағы ла бер ҙур эш алдында торабыҙ: ошо мәктәптә эшләгән уҡытыусылар тураһында баҫмаға  почет китабы (“Книга почета”)  әҙерләйбеҙ.

         Һөнәри байрам көнө уңайынан ойошторолған үҙидара көнө лә гөрләп үтте, уҡыусылар үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡараны, ә уҡытыусылар иһә был көндә парта артына ултырҙы.

- Уҡытыусы, остаз тигән һүҙҙе ишеткәндә күҙ алдына кемде баҫтыраһығыҙ?

- Туған мәктәбемдә белем алған йылдар, тәүге уҡытыусылар, белем иленә әйҙәгән, яратҡан остаздарым иҫкә төшә. Иң беренсе сиратта, әйтер инем, Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы. Ул биргән белем, тәрбиә беҙҙе ысын мәғәнәһендә оло юлға ышаныслы баҫырға ярҙам итте тип әйтә алабыҙ. Кемебеҙҙе генә алһаҡ та, кәрәкле һөнәр эйәләре булып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шәхес булып үҫешкән, лайыҡлы тормошта йәшәгән кешеләр. Тағы ла бер уҡытыусым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы тураһында әйтеп үткем килә. Төп белем биреүҙән тыш ул беҙҙе халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын, фольклорын, тарихын яратырға өйрәтте. Беҙ төрлө-төрлө конкурстарҙа бейеү менән дә, йыр менән дә,  фольклор тамашалар менән дә сәхнәгә сыҡҡаныбыҙ булды. Шул рәүешле ул беҙҙе халҡыбыҙҙы яратырға өйрәтте. 

Хеҙмәт юлын иһә мин Ҡалдар мәктәбендә башланым.  Эш башлағанда терәк-таяныс булған, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған уҡытыусыларҙы ла телгә алып үте урынлы булыр: педагогик хеҙмәт ветераны, математика уҡытыусыһы Сәмәрә Сәйет ҡыҙы, мәктәп директоры Урал Камил улы ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, яуапһыҙ ҡалдырманылар. Документ эштәрен алып барыуҙан башлап, кеше менән, ата-әсәләр менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға икәнлеген улар өйрәтте тиһәм дә, арттыу булмаҫ. Дөрөҫөн әйткәндә, хеҙмәт юлын башлаған коллективыма ныҡ рәхмәтлемен.

Ә бына тәүге уҡытыусым, серле белем иленә әйҙәгән тәүге уҡытыусыбыҙ Флүрә Хөснулла ҡыҙы Арапова биргән белем һәм тәрбиәһе беҙҙе шәхес булараҡ формалаштырыуға  нигеҙ һалғандыр. Сөнки бөтә булған һәләттәрҙе асыуға тәүге уҡытыусы юл һала.  Бәләкәй генә мәктәптә эшләүенә ҡарамаҫтан, беҙҙе оло белем илен ышаныслы баҫтырып, Сирбай мәктәбенә оҙатып ебәрҙе. Остазым тип әйтә алам, өлкән булһа ла, һәр ваҡыт хәлдәребеҙҙе һорашып-белешеп, кәрәк икән - кәңәштәрен биреп тора.

- Һөнәр һайлағанда уларҙың йоғонтоһон тойҙоғоҙмо?

- Һөнәр һайлағанда, әлбиттә, уларҙың йоғонтоһон ныҡ тойҙом.  Мәҫәлән башҡорт теле уҡытыусыһы булыу теләге Гүзәл Ғиззәт ҡыҙына ҡарата булған ихтирам һәм һөйөү тойғоһо ошо уның юлынан китергә әйҙәгәндер.

Һәм бөгөнгө көндә был йүнәлеште һайлауыма бер ҙә үкенмәйем.

- Шәхсән үҙегеҙ, уҡытыусы булараҡ, был йылды ниндәй өмөттәр менән ҡаршы алғайнығыҙ?

- Уҡытыусы булараҡ, әлбиттә, һәр беребеҙ һөнәребеҙгә бәйле исемле йылды ҙур тулҡынланыу менән дә, өмөт менән дә көтөп алдыҡ.  Ыңғай күренештәр бар. Тел уҡытыусыларының, йәш уҡытыусыларҙың гранттар һаны күпкә артты. Әлбиттә, бөтә иғтибарҙы матди йүнәлешкә генә ҡайтарып ҡалыу ҙа дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа уҡытыусыларҙың уҡыусылар менән берлектә эшләгән төрлө ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, әһәмиәтле проекттарын тормошҡа ашырыуҙа был да бик ныҡ ҙур ярҙам.

- Өмөттәрегеҙ, көткәндәрегеҙ аҡландымы бер ни тиклем булһа ла? Ғөмүмән, уҡытыусыларға иғтибар тейешле кимәлдә тип иҫәпләйһегеҙме?

- Мәғариф  хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, уҡытыусылар, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Был донъяла ниндәй һөнәрҙәр бар, барыһының да юл башында нәҡ уҡытыусы тора. Заман башҡа-заң башҡа тиһәк тә, педагогтар хеҙмәте һәр ваҡыт  кәрәк. Ә эш хаҡына килгәндә, ысынлап та, лайыҡлы булырға тейештер тип иҫәпләйем. Был тәңгәлдә лә яңылыҡтар булһа, ҡыуаныр инек.         

Һис шикһеҙ, башҡа һөнәрҙәргә ҡарағанда, уҡытыусыларға тейешле иғтибар барыбер көслөрәк. Сөнки кире осраҡта уҡытыусыларға ҡытлыҡ та тыуыуы ихтимал бит. Былай ҙа күп кенә белем усаҡтарында белгестәр етешмәй. Был йәһәттән дөрөҫ эш алып барылырға тейеш тип иҫәпләйем. Бөгөнгө көндә юғары уҡыу йорттары менән төрлө килешеүҙәр төҙөлә, педагогик кластар асыла.  Ә дөрөҫөн әйткәндә, уҡытыусыларҙы әҙерләү мәктәп партаһынан уҡ башланырға тейеш. Бала күңелендә был һөнәргә һөйөү ихтирам һәм аралашыу аша һалына.  Ата-әсәләр педагогтарҙың эшен аңлап ҡабул итһә, балаға ла шундай фекер һалына.

Һөнәри конкурстарҙа ҡатнашып, гранттар отоп, төрлө проекттарҙа үҙеңде һынап ҡарап, идеяларыңды тормошҡа ашырып та аҡсалата премиялар алыу мөмкинлеге лә бар. Үҙ һөнәреңдә үҙеңде табыу өсөн дә әһәмиәтле башланғыстар етәрлек.  Һөнәреңде яратһаң, бирелеп эшләһәң, эшең дә күренә.

Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: йәш уҡытыусыларға бирелгән грантты белгестәр үҙе теләгән нәмәгә тотона һәм уның өсөн отчет бирмәй, был ныҡ ҙур ярҙам.

- Мәғариф өлкәһендәге ниндәй яңылыҡтарҙы ҡыуанып ҡабул иттегеҙ?

- Ғөмүмән, өҫтә ҡабул ителгән үҙгәрештәрҙән тыш, ҡайһы бер белем усаҡтарына ҡағылған шатлыҡлы яңылыҡ – Шайморатов кластарының барлыҡҡа килеүе. Балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға булды ул. Алдынғы һәм тәртипле, илһөйәр,  телһөйәр, рухи яҡтан тәрбиәле  уҡыусы булырға ынтылыш биргән проекттың киләсәге ҙур, ҡурай, уҡтан атыу секциялары асылды, был да балаларҙың һәләтен үҫтереүгә, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырырға мөмкинлек бирә.

         “Цифралы белем биреү мөхите”,  “Һәр баланың уңышы”,  “Замана мәктәбе” кеүек төбәк проекттары балаларға белем алыуға тик яҡшы ғына шарттар тыуҙыра.  Һөнәри йүнәлеш буйынса “Киләсәккә билет” та һөҙөмтәле эшләй. Инициативалы бюджетлау проектын да ҡыуанып ҡаршы алдыҡ.

- Гимназияла директор вазифаһын атҡарыуығыҙға ла бер нисә йыл үтте. Ошо арауыҡ эсендә тәжрибә багажы тағы ла тулыланғандыр.

- Эйе, был вазифаға 2021 йылдың йәйенән тотонғайным. Быға тиклем ике мәктәптә, мәғариф бүлегендә эшләп киттем.  Коллективтар һәйбәт булды. Гимназияға килеүемә бер ҙә үкенмәнем, уҡытыусылар ҙа, башҡа персоналдар ҙа яҡшы мөнсәбәттә, берҙәм, ниндәй генә башланғысты булмаһын, күтәреп алырға әҙерҙәр.  Йәш етәксе тип, еңел ҡарамауҙарына һоҡланам, һәр йәһәттән терәк тоям.

Уҡытыусылар беҙҙә бөгөнгө көндә етәрлек.  Йәш белгестәр йыл һайын килеп тора, былтыр йәш физкультура уҡытыусыһын ҡабул иттек, быйыл тарих уҡыусыһын килде. 

         Көслө инициативалы белгестәрҙең күп булыуына ҡыуанам, йәштәр ярҙамында ҡытай телен өйрәнеү буйынса кластан тыш дәрес башланыҡ, бейеү түңәрәге лә астыҡ. Бына ошондай изге башланғыстарҙы ла күтәреп алып, киләсәктә тағы ла киңәйтергә тип тырышабыҙ.

         Әйтергә кәрәк, мәғариф өлкәһендә байтаҡ ҡына эшләүем эш тәжрибәһен байытты, төрлө мәсьәләләр  хәл итергә, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итергә тура килә ине, был иһә әлеге эшемдә лә ныҡ ярҙам итә.

 

- Уҡыу-уҡытыу, белем сифаты тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Быға тиклемге уҡытыу системаһы барыбер ҙә көслөрәк ине һымаҡ.

- Уҡыу-уҡытыу кимәле, белем сифаты беҙҙең эштә төп талаптарҙың береһе. Әлбиттә, төрлө мәктәптә төрлөсә булыуы ихтимал. Беренсенән, бында уҡыусының уҡытыусы биргән белемде ҡабул итергә әҙер булыуы, теләге  ҙур роль уйнай. Икенсенән, квалификациялы уҡытыусылар булыуы ла шарт, кластан тыш сараларҙың да әһәмиәте ҙур.

         Ысынын ғына әйткәндә, бала предмет өйрәнеп кенә ултырыуҙы күңелһеҙ ваҡиға итеп ҡабул итә. Уны уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу, шул уҡ һәләттәрен асыу өсөн гимназияла актив рәүештә төрлө сараларға йәлеп итеүгә иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең мәктәптә“Гимназия тауышы” тип аталған  үҙ телевидениеһы бар. Уҡыусылар үҙҙәрен тележурналист, диктор, оператор, монтажер кеүек һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Ҡайһы берәүҙәр ошо йүнәлешкә ныҡлап ылыға, киләсәген журналистика, алып барыусы һөнәре менән бәйләй.

Уҡытыусыларҙың да белемен камиллаштырыу йәһәтенән эш системалы алып барыла, асыҡ дәрестәр үткәрелә, остазлыҡ мәктәбе лә һөҙөмтәле эшләй. Быларҙың барыһы ла уҡытыу сифатын үҫтереүгә булышлыҡ итә тип иҫәпләйем. Шулай уҡ һөнәри конкурстарҙы ла һәр ваҡыт иң тәүҙә мәктәп этабында үткәрәбеҙ.  Был уларҙың эшмәкәрлегенә объектив баһа биреү өсөн дә ҡулай. Бынан тыш, үҙем дә  йыш ҡына дәрестәргә инәм, башҡа уҡытыусыларҙы ла йәлеп итәбеҙ, аҙаҡ анализлап, кәрәк икән тәҡдимдәребеҙҙе еткерәбеҙ.

         Шулай ҙа белем биреү сифатына иң дөрөҫ баһаны һөҙөмтә бирәлер. Уҡыусыларҙың гимназиянан һуң төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, кәрәкле һөнәргә эйә булыуҙары – уҡытыусы эшенә иң оло баһа.  Тәү сиратта беҙ барыбер ҙә балаларҙы илебеҙҙең лайыҡлы гражданины итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ.  Сығарылыш имтихандарын яҡшы итеп тапшырып, үҙе теләгән ергә уҡырға инһә, беҙ үҙ эшебеҙҙең аныҡ һөҙөмтәһен күрәбеҙ.

  Былтыр 95 уҡыусы туғыҙынсы класты, 29 бала ун берҙе тамамланы.  Бөтәһе лә бөгөнгө көндә үҙҙәре һайлаған һөнәргә уҡып йөрөй. Быйылғы уҡыу йылында ла сығарылыш кластары уҡыусылары шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр менән йомғаҡлап, кәрәкле уҡыу йортонда белем алыуҙарын дауам итерҙәр тип ышанам.

         - Гимназияны тамамлаған уҡыусылар башлыса ниндәй йүнәлештә белем алыуын дауам итә? Студенттар менән бәйләнештә тораһығыҙмы?

         - Йүнәлештәргә килгәндә, нисәнсе йыл рәттән унынсы кластарҙан табип һөнәрен һайлаусылар күп. Беҙҙең мәктәптә, билгеле булыуынса, ике йүнәлеш – медицина (тәбиғи-ғилми класс), тәбиғи-технологик кластар бар. Тәүгеһендә һөнәрен медицина менән бәйләргә теләүселәр өсөн төплө белем бирһәләр, икенсеһендә информатикаға баҫым яһала. Быйыл  туғыҙынсы кластарҙың береһендә медицина йүнәлеше буйынса профилле әҙерлек үтә. Биология, информатика предметтарын уҡыусылар йыл да күп һайлай, киләсәктә һөнәрҙәрен ошо өлкә менән бәйләргә теләүселәр күп.

         Беҙҙең белем усағын тамамлаған студенттар менән дә даими осрашыуҙар үткәрелеп тора. Был бәйләнеш йәш белгестәрҙе үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышыуҙан тыш, сығарылыш уҡыусыларына мауыҡтырғыс студент тормошо, уҡырға инеү, уҡыу шарттары тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙы һөнәр һайлауға яуаплылыҡ тойоу, бер-береһе менән дуҫлашып, аралашып тороуға булышлыҡ итеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе булып тора.  “Кесе Эйек”  йәш яҡташтар ойошмаһы менән был тәңгәлдә тығыҙ бәйләнештәбеҙ.

         - Исемле йылдар, әйтәйек, мәғариф йылдары ла, марих йылдары ла иғлан ителеп торҙо, уларҙың әһәмиәте бармы?

         - Исемле йылдар, һис шикһеҙ, кәрәк. Мәҫәлән, алайыҡ Тарих йылын. Тарихыбыҙҙы төплө белергә, тарихи үткәнебеҙгә иғтибарлы булырға булышлыҡ итә. Ә уҡытыусылар йылының әһәмиәте тураһында үрҙә байтаҡ әйтелде.

Дөйөм алғанда, ниндәй генә  өлкә, ниндәй генә һөнәр булмаһын, барыһы ла иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Шулай ҙа уҡытыусы ҡайһы заманда ла үҙ асылына тоғролоҡ һаҡлап, илебеҙ өсөн лайыҡлы, белемле шәхестәр тәрбиәләй. Уҡытыусы һөнәре – мәңгелек. Шуны онотмаһаҡ ине.

  • Рәхмәт.
Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: