Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Ноябрь 2023, 15:36

Белем биреү усағына - 500 мең һум!

Башҡортостанда илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар булдырылды

Белем биреү усағына - 500 мең һум!
Белем биреү усағына - 500 мең һум!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 500-шәр мең һумлыҡ 10 грант бүленергә тейеш. Уларҙың хужалары республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған конкурс нигеҙендә һайлап алына.

Автор:
Читайте нас: