Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Октябрь 2023, 12:36

Тамара Шәһит ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә

 Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театраль факультеты студенттары һәм преподавателдәре район халҡына, уҡыусыларға йөкмәткеле тамаша бүләк итте. Матур кисә хөрмәтле яҡташыбыҙ, РСФСР – ҙың һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған артисы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның (1923-1998) тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.  Эйе, Тамара Шәһит ҡыҙының исеме башҡорт балетына нигеҙ һалыусыларҙың, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен иң оҫта башҡарыусыларҙың береһе булып сәнғәт тарихына мәңгелеккә уйылған.  Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары ла - күренекле яҡташыбыҙ, балалар драматургы, РФ һәм БР яҙыусылар һәм журналистар ағзаһы, БР – ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина, Тамара Хоҙайбирҙинаның уҡыусыһы Гөлнара Вәлитова прима-балеринаның, сағыу йондоҙ һәм оҫта педагогтың исемен тәрән ихтирам менән телгә алды, уның менән бәйле йылы хәтирәләре менән бүлеште.

Тамара Шәһит ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә
Тамара Шәһит ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә

 Ә Өфөнөң йәш йондоҙҙары – сәхнәлә йә аҡҡоштарҙай йөҙгән, йә дәртле баҫып үксәләренән ут сығарған бейеүсе студенттар, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йырын башҡарып көр тауышы менән күңелдәрҙе арбаусы Роберт Исламов ысынлап та йөрәктәргә йылы наҙ, йәшәү дәртен бүләк итте. Үҙенсәлекле концерт номерҙары ҙур экранда күрһәтелгән данлыҡлы шәхесебеҙҙең портреттары, ялҡынлы сығыштары (бейеүҙәре) менән аралаштырылып, Тамара Шәһит ҡыҙының нәзәкәтле буй-һынын, яҡты булмышын йәнләндерҙе.

    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: