Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Сентябрь 2023, 10:33

Оло йөрәкле, яҡты йөҙлө тәрбиәсе

 Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө    Киләсәктең ҡыйыу ул-ҡыҙҙарын ҡәләм тоторға ғына түгел, ерҙәге матурлыҡты тойорға, яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырырға өйрәтә улар.  Әминә Айытҡолова ла балалар өсөн йән атып, үҙ эшен яратып башҡарыусы тәрбиәселәрҙең береһе. Ул Мораҡ ауылында урынлашҡан “Уралҡай” балалар баҡсаһының “Аҡ сәскә” мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмөн етәкләй.

Оло йөрәкле, яҡты йөҙлө тәрбиәсе
Оло йөрәкле, яҡты йөҙлө тәрбиәсе

Тамырҙары менән ул йәмле Бикбулат ауылынан. Мөләйем заттың булмышына үҙе ҡойоноп үҫкән наҙлы Эйегенең ҡөҙрәте лә, Кинйәбаевтар нәҫеленә һалынған таһыллыҡ та һалынған.

 Әминә Һаҙый ҡыҙы 2013 йылдан башлап тәрбиәсе булып эшләй. Быйыл “Йыл тәрбиәсеһе – 2023” республика бәйгеһенең муниципаль этабында еңеүсе исеменә ирешеүе - намыҫлы эшсәндең егәрлелеге һәм Фаягөл Зәки ҡыҙы етәкселегендәге “Уралҡай” балалар баҡсаһы коллективының берҙәмлеге һөҙөмтәһе.

 Дүрт баланың изгелекле әсәһе лә, тормош юлдашы – Юлай Яхъя улы өсөн хәстәрлекле һәм һөймәлекле ҡатын да ул.

 Оло йөрәкле, мөләйем йөҙлө Әминә Айытҡолова кеүек педагогтарҙың ҡул аҫтында күңел сафлығына, изгелеккә ынтылышлы булып тәрбиәләнеүсе кескәйҙәрҙән киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары сығыр тип ышанғы килә.

 Тулыраҡ яҙмабыҙ баҫманың 38-се һанында.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: