

Башҡорт теле һәм мәҙәниәтен популярлаштырғаны, Башҡортостан Республикаһы әхлаҡи-рухи мираҫын һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Физәлиә Кинйәғәли ҡыҙы һәм Руфина Юлай ҡыҙы РФ Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Быйыл, белеүегеҙсә, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Физәлиә Нурмөхәмәтова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән юғары исемгә лә лайыҡ булды.
Күп ата-әсәләр үҙ теленән ситләшкән осорҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының хеҙмәте лә ауырлаша бара. Тел һағында, милләт һағында тороусы намыҫлы эшсәндәргә сабырлыҡ, үҙ телен һөйгән һәм уны ҙур теләк менән өйрәнгән балалар тура килеүен теләйек!