

Балалар Күмертау ҡалаһынан Өфөгә тиклем “Орлан” поезына ултырып барған. Әйткәндәй, малай-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре был транспорт төрөнә тәүге тапҡыр ултырған һәм ул уларға бик оҡшаған.
“4 сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә ҡалды”, - тиҙәр уҡыусылар. Өфөгә барып етеп, тамаҡ ялғап алғас , Арт-квадрат менән танышыу, киске саф һауала йөрөп , ҡала урамдарының матурлығын күреү уларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.
Ҡунаҡханала йоҡлап, иртән көс-дәрт менән уянған балаларҙың икенсе көндәге сәйәхәттәре тағы ла сағыуыраҡ ваҡиғаларға бай булған.
- 19 быуатта төҙөлгән ағас һәм кирбес йорттарҙы, 20 быуатта сафҡа индерелгән өйҙәрҙе һәм милли мотивтар менән биҙәлгән заманса биналарҙы күреп, хайран алдыҡ. Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштыҡ. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Европалағы иң ҙур атлы статуяның нәҡ беҙҙә булыуы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Башҡа тарихи һәйкәлдәр янында ла фотоға төшөп, уларға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе иғтибар менән тыңлап, күңелебеҙгә һеңдерә барҙыҡ.
Артабан В.Альбанов исемендәге полярсылар музейына барҙыҡ. Музей заманса мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған , ул хәл-ваҡиғаларҙың тулы картинаһын күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Музейҙан һуң Өфө ҡалаһында уҙған “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйындар фестиваленә юлландыҡ. Ҡайһы бер уҡыусыларға карвинг буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Олеся Юрованың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бәхете тейҙе, - ти уларҙың уҡытыусылары.