Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
13 Сентябрь 2023, 04:25

Китап иленә рәхим итегеҙ

Китап иленә рәхим итегеҙ!  “Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә – ярҙамсы, хәсрәттәрҙә – шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын еткереүсе нәмә. Китаптарҙан айырылмағыҙ”, - тигән Ризаитдин Фәхретдин.  Район китапханаһы фонды яңы китаптар менән даими тулыланып тора. Был хаҡта беҙгә район китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Хәлитова һөйләй: - Беҙҙең китапханаға яңы китаптар даими килеп тора. Уҡыу йылы башланыу уңайынан, уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырып үтәйек.

  Тарихи – документаль китаптар ҙа, нәфис әҙәбиәт тә, балалар өсөн тәғәйенләнгәндәре лә етәрлек, ҡыҙыклы әҙәби әҫәрҙәр менән бер рәттән һеҙҙе тарихи һәм фәнни энциклопедиялар көтә.

 Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның повестары һәм хикәйәләре тупланған  "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" тип аталған китабындағы әҫәрҙәр кешеләргә, донъяға, Тыуған илгә, һәр бер йән эйәһенә, тәбиғәткә яҡты һөйөү һәм мәрхәмәт менән һуғарылған. Был тойғолар ниндәйҙер тылсым менән уҡыусыларға ла күсә, ҡыуандыра ла, илата ла. Тик хатта был күҙ йәштәре лә әсендергес түгел, сафландыра һәм шифа бирә.

 

 Фәрит Иҫәнғолов “Мөхәббәт менән осрашыу”

Уның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Был өр-яңы китапҡа «Алтынбикә», «Зөһрә», «Хөмәйрә», «Фәниә», «Мөхәббәт менән осрашыу» исемле повестары һәм бер нисә хикәйәһе индерелгән. Фәрит Иҫәнғоловтың әҫәрҙәрен уҡығанда геройҙарҙың янында эйәреп йөрөп, ваҡиғаларға башкөллө сумаһың, улар бар төҫтәре, кисерештәре менән күҙ алдына ысынбарлыҡ булып килеп баҫа.

 

 З. Игеҙйәнова ”Ҡиммәтле кейәү”

Автор сатирик һәм юмористик хикийәләр,скетч,монологтар йыйынтығында йәмәғәттәге йәмһеҙ күренештәре,кешеләрҙәге етешһеҙлектәр фашлай. Фәһемле,фәлсәфәүи, көлкөлө әҫәрендә бәндәләрҙең мәғәнәһеҙ,тәрбиәһеҙ ҡәлбенә таянып тәнҡитләй.

 

 Әнғәм Хәбиров “Юл ыңғайында”

Уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был китап яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙылған әҙәби тәнҡит мәҡәләләре ,ижади портреттар,матбуғатта донъя күргән шиғырҙарға күҙәтеүҙәре тупланды.

 

 Ғәлимйән Ғилманов “Табылдыҡ”

Ғәлимйән Ғилманов – хәҙерге татар прозаһында үҙ стилен, үҙ образдар донъяһын булдырған яҙыусыларҙың береһе. Уның үҙенсәлекле геройҙары хыял менән ысынбарлыҡ сигендә йәшәй, шул уҡ ваҡытта улар ауыр, тетрәндергес яҙмышҡа дусар булһалар ҙа, үҙ идеалдарына, рухи ҡиблаларына тоғро ҡалалар.

 

 Спартак Ильясов “Ҡағанат вариҫтары»

Был романда боронғо башҡорттарҙың эшен дауам иткән замана вариҫтарының тормошо, көнкүреше, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алыштары һүрәтләнә.

 

 Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн Әнисә Фәррәхованың «Ғәфү ит, улым!» исемле баҫмаһы донъя күрҙе. Был баҫмаға башҡорт һәм рус телдәрендә пьесалар, сценарийҙар ингән.

 

 Гөлнара Йыһангирова “Бәхет ҡуласаһы” (шиғырҙар).
Балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән автор донъяға кескәйҙәр күҙе менән бағып яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә.

 

 Ринат Шакир “Ил гиҙә Илгизәр”

Был китабында автор тирә йүнгә кескәйҙәр күҙе менән баға. Уларҙың нескә күңеленә хуш килерлек шиғырҙарын тәҡдим итә.

 

 Динә Талхина “Өләсәйем өйрәткәндәрҙән”

Был баҫмала шағирәнең әҙәби мираҫының - өләсәһенең өгөт-нәсихәттәренән торған тәрбиә һәм дини йүнәлештәге шиғырҙары тупланған, улар йәш үҫмерҙәргә тәғәйенләгән.

Шулай уҡ балаларға энциклопедиялар һәм белешмә баҫмалары ла бар. "Футбол", "Спорт", "Автомобили", "Для мальчиков", "Правила выживания", "Мир под микроскопом", "Моя Россия" исемле китаптар менән яҡындан танышып үтергә була.
  Һәр китап һәм белешмә баҫмалары эстәлеге менән үҙенә әйҙәп тора: халыҡ - ара дуҫлыҡ, ата - әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәт, хеҙмәткә тәрбиә, ғәҙеллек, Тыуған илгә, ғәзиз еребеҙгә һөйөү хистәре тәрбиәләү - былар барыһы ла китап биттәрендә урын алған.

 Хәҙер китапхананың халыҡты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял менән тәьмин итеү өсөн бөтә мөмкинлеге бар.

Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

 

 

 

 

Китап иленә рәхим итегеҙ
Китап иленә рәхим итегеҙ
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас