Резеда:
- Хеҙмәт тәрбиәһенә ыңғай ҡараштамын. беҙ өйҙә лә, мәктәптә лә эшләп үҫтек. Хәҙер балалар мәктәптә лә, өйҙә лә эшләмәй. Телефонда ултыра. Хатта ауылда утын ташырға, һыу индерергә кәрәкмәй: һыу үткән, газ үткән, бесәнде трактор саба. Хәҙерге балалар көрәк, балта, сүкеш, тырма тота беләме икән?
Матвиенко ауылдарҙы үҫтереү өсөн блогерҙарҙы әүҙемләшергә саҡырҙы. Ә бит ауылды үҫтереү өсөн унда эш, эшләргә кеше кәрәк. Ә бөгөн көрәкте белмәгән балалар техниканы, тракторҙы, комбайнды беләме?
Беҙ яҙ етһә посадкаға йөрөнөк, көпһөҙ машинала, һыуыҡта, ямғырҙа. Бер әсәй ҙә ебәрмәйем тип ғауғаламаны. Хәҙер шулайтып ҡара әле! Алыҫ китәһе түгел, мин дә ҡыҙым өсөн борсолоп, ундай асыҡ машинала һыуыҡта урманға ебәрмәҫ инем. Ныҡ "иркәләп" тә, иркәләтеп тә киттекме икән? Ә мәктәп янында баҡсала эшләүенә, таҡта һөртөүенә ризамын. Беҙ кластарҙы үҙебеҙ йыуҙыҡ, мәктәп баҡсаһындағы түтәлгә һыу ҡойҙоҡ, кәбеҫтәһен йыйып тоҙланыҡ, картуф сәстек, картуф алдыҡ.
Хәҙер ун йәшлек ҡыҙыма ҡарайым да аптырайым: һауыт-һабаны саҡ әйтеп йыуҙырам, уныһын да тыңламай ул.
Гөлсәсәк:
- Мәктәп йылдарында ата-әсә ризалығынан тыш та эшләй торған инек: сөгөлдөр утау, йыйыу ваҡытына ла эләктек. Үҙебеҙҙең класта дежур буйынса көн һайын дәрестән һуң иҙән йыуҙыҡ. Аҙнаһына бер тапҡыр күмәкләшеп “генеральная уборка” ойошторҙоҡ. Ятаҡта ла коридорҙы, стеналарҙы ялтыратып ҡуя инек.
Уҡыусылар баҡса эшенә лә йәлеп ителде: түтәл эшләп, йәшелсә, сәскәләр ултыртыу, һыу ҡойоу, көҙгөһөн йыйып алыу, йыйыштырыу.
Өмәләр ҙә йыш үткәрелде. Һәр нәмәгә лә дәртләнеп ихлас йөрөнөк. Күңелле була торған ине.
Кешене хеҙмәт биҙәй. Бала эшләп үҫергә тейеш тип уйлайым. Шул рәүешле уҡыусы аралашырға, коллективта эшләргә, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә.
Әлиә:
- Әлбиттә, һис шикһеҙ, баланы эшкә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Хәҙерге заманда йәшәү шарттары былай ҙа күпкә, бик күпкә еңеләйҙе. Һыу ташып, кер йыуып, утын ярып йөрөмәйҙәр.
Шуға күрә мәктәптә дөйөм эшкә йәлеп итеүҙәре яҡшы һәм дөрөҫ тип ҡабул итәбеҙ. Эше мәктәп өсөн булһа, өйрәнгәне үҙе өсөн баланың.
Люциә апай:
- Мәғариф өлкәһендәге был яңылыҡты ысын мәғәнәһендә кәрәкле, файҙалы үҙгәреш итеп ҡабул иттем. Баланы бәләкәйҙән эш өйрәтеп үҫтермәһәң, уға оло тормош юлына баҫыуы ҡатмарлы буласаҡ. Элек, мәҫәлән, беҙ уҡығанда, дәрестән һуң ҡалып класс иҙәндәрен йыуып, парталарҙы, тәҙрә төптәрен һөртөп ҡайтып китә торғайныҡ. Хәҙерге балаларҙы ҡараһаң, ҡайһы берәүҙәре иҙән дә һөртә белмәй бит! Көнө буйы телефонда ултырған балаларҙы күреп йөрәк әрней. Өйҙә ата-әсәһе йәлләп (башҡаса атай ҙа алмайым) эш ҡушмағанға, мәктәптә булһа ла өйрәнеп ҡайтһындар шул.
Мәктәп беҙҙе эшкә өйрәтте. Утын менән йылытылған мәктәптә уҡыныҡ, урманға утын әҙерләүгә йөрөнөк, интернатта йәшәнек, ашханала дежур иттек, һауыт-һаба ла йыуҙыҡ, ашарға ла бешерҙек, каникулдарҙа ырҙынға эшкә лә сыҡтыҡ.
Хеҙмәт дәрестәрендә тегеү, бешеренеү, малайҙарға ағастан төрлө һындар эшләргә өйрәтерҙәр ине. Мәктәп сөгөлдөр ала торғайны, утарға ла йөрөнөк, бер ҙә ҡулыбыҙ төшөп ҡалмаған бит.
Ошо яңылыҡ сыҡҡас, күҙәтә киләм, төрлө фекерҙәр ишетәм: ысынлап та, ҡайһы бер ата-әсәләр риза түгел. Улар хатта үҙҙәре лә аңламай ни өсөн риза түгеллектәрен. Эйе, ҡала ерендә яҙлы-көҙлө өмәләрҙән башҡа әллә ни эш юҡ. Ә ауыл балалары барыбер ҙә эш белеп үҫә ул. Сөнки күпселек ғаилә мал-тыуар, шәхси хужалыҡ менән көн күрә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә, крәҫтиән (фермер) хужалығы тотҡандар ҙа байтаҡ.
Ғәлиә апай:
- Әле һикһәненсе -туҡһанынсы йылдарҙа ғына уҡыған быуын вәкиле булараҡ шуны әйтә алам: хеҙмәт тәрбиәһе мотлаҡ кәрәк. Ваҡытында беҙ питомникка ла йөрөнөк ағас ултыртырға, совхоз баҡсаһына картуф сәсергә, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һәм башҡа йәшелсәләр йыйырға йөрөнөк, баҫыу, урман эштәренән дә ҡалманыҡ, ырҙында ла бил бөктөк, сенаж һалыуҙа ла ҡатнаштыҡ. Бер еребеҙ ҙә кәмемәне, киреһенсә, һөнәрҙәребеҙ артты.
Мәктәптә “Хеҙмәт” дәресе була торғайны. Ул әле лә бар, икенсе төрлө аталһа ла, есеме үҙгәрмәй. Хәҙер ул мәктәптәрҙә “технология”, “агрокласс” тип атала.
Беҙҙең заманда ул дәрестә урта синыфтарға тиклем ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла энә менән эш итергә өйрәттеләр. Үҫә килә ҡыҙҙар кулинария, аш-һыу әҙерләү йүнәлеше буйынса китте, совхоз ашханаһында ҡыҙҙар кәбеҫтә, ҡыяр тоҙларға ла өйрәндек; малайҙар – ағас, тимер һәм башҡа ир-ат ҡоралдары менән эш итергә өйрәнә башланы.
Юғары кластарҙа иһә егеттәр трактор серҙәренә төшөнә башлаһа, ҡыҙҙарҙы, беҙҙе, һауынсылыҡҡа өйрәттеләр. Ауылда ферма булды, аппарат менән һауыу нескәлектәрен мәктәптә үк белеп сыҡтыҡ. Уҡыу йортона инә алмаған егеттәребеҙ тракторсылар курсын үтеп, ауыл хужалығында эш башланы, ҡыҙҙар иһә фермаға һауынсы булып барҙы. Был да үҙенә күрә ыңғай күренеш булған тип әйтә алам. Сөнки эшсе һөнәрҙәр ауылда айырыуса кәрәк. Юғиһә, беҙ балаларыбыҙҙы мотлаҡ юғары белемле итәбеҙ тигән маҡсат алғанбыҙ ҙа, кәрәкме ул уға, юҡмы – шул юлды ҡыуабыҙ.
Бөтәһе лә юрист, экономист, уҡытыусы, табип булып бөтә алмай. Күптәрҙе беләм: юғары уҡыу йортон тамамлап та, алған һөнәрҙәре буйынса эшләмәйҙәр, ә ябай эшсе һөнәр эйәләре булып йөрөйҙәр.
“Баламды эшләтәләр” тип яр һалған ата-әсәләр ҙә бар, йәнәһе мәктәп уларҙың көсөн ҡуллана. Ундайҙарға теләгем шул: балаларығыҙҙы әпәүләп, эштән ҡурсаламағыҙ, мәктәп уларҙы ысын кеше итеп тәрбиәләй.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.