Мораҙым
+21 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
7 Сентября 2023, 05:27

Алсаҡ йөҙлө, талымһыҙ йөрәкле

- Күңелем менән мәктәпкә бәйләнгәс, балаларҙы яратҡас, эштең ауырлығы тойолмай, - ти Яңы Хвалын урта мәктәбенең уҡытыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Миләүшә Һөйөндөкова.  30 йылдан артыҡ ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара, туған телебеҙҙең нәфислеген, аһәңлеген балалар аңына һеңдерә.

Алсаҡ йөҙлө, талымһыҙ йөрәклеАлсаҡ йөҙлө, талымһыҙ йөрәкле
Алсаҡ йөҙлө, талымһыҙ йөрәкле

 Коллегалары уны талапсан, әүҙем тормош позициялы, ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө булғаны өсөн хөрмәт итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төрлө кимәлдәге еңеүҙәр, ҡаҙаныштар яулап та, таһыллыҡта башҡаларға өлгө булып тора Миләүшә Ҡотлобай ҡыҙы.

 Намыҫлы, талымһыҙ йөрәкле мәғариф эшсәне ике ҡыҙҙың - Зиләрә менән Динараның изгелекле әсәһе лә, тормош юлдашы Фәнзил Ғәзиз улы өсөн хәстәрлекле ҡатын да. Һөйөндөковтар күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, йорт-ихаталарын гөл-сәскәгә күмеп, үҙҙәре төйәк иткән Яңы Хвалын утарына йәм өрөп йәшәй.

 (Тулыраҡ яҙма баҫмабыҙҙың 34-се һанында донъя күрҙе)   

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас