Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
1 Сентябрь 2023, 07:24

Сыңланы тәүге ҡыңғырау...

 Бөгөн иртә таңдан балалар сәскә гөлләмәләре тотоп мәктәпкә ашыҡты.  Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында үткән Белем байрамы ҙур тантана төҫөн алды.

Сыңланы тәүге ҡыңғырау...Сыңланы тәүге ҡыңғырау...
Сыңланы тәүге ҡыңғырау...

 Гимназия әле генә үҙе ҡанат ҡуйған, оло тормош юлына әҙерләгән 29 “ҡарлуғасын” осорған ине (9-сы класты уңышлы тамамлаған уҡыусыларҙың да күпселек өлөшө уҡыуын республиканың төрлө уҡыу йорттарында дауам иттерҙе). Быйыл уларға алмашҡа килеүсе 66 уҡыусы өсөн иң тәүге тапҡыр беренсе ҡыңғырау яңғыраны.

 Гимназия директоры Фәйрүзә Ибраһимова һәм сараның оло ҡунаҡтары мәктәп уҡыусыларын, педагогик коллективты Белем байрамы айҡанлы ихлас тәбрикләп, беренселәргә һәм был уҡыу йылында мәктәпте тамамлаясаҡ уҡыусыларға аҡ теләктәрен еткерҙе. 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас