Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
22 Июль 2023, 03:50

Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар

Рәйсә Абдулхай ҡыҙы һәм Марсель Ғөбәйҙулла улы Рәмиевтар оҙаҡ йылдар Тәүәкән мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Бала йәнле уҡытыусылар була улар. 

Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусыларҒүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар
Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар

 Рәмиев Марсель Ғөбәйҙулла улы менән Рәйсә Абдулхай ҡыҙы Ғәлиуллина менән Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған ваҡытта таныша.

Йәштәр 1968 йылда ғаилә ҡора.

 Рәйсә Абдулхай ҡыҙы 1969 йылда йүнәлтмә буйынса Тәүәкән ауылына эшкә килә. Марсель Ғөбәйҙулла улы ла 1970 йылдан Тәүәкән мәктәбендә эшләй. Бер йылдан уны мәғариф бүлегенә инспектор итеп күсерәләр.

 1974 йылда уны Теләүембәт мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Рәйсә Абдулхай ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.  Артабан улар  Подгорныйҙа, Тәүәкәндә уҡыта.

 

Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар
Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар
Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар
Ғүмерҙәрен балаларға арнаған уҡытыусылар
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас