Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
15 Июль 2023, 12:20

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы була ул

Абдуллин Абдрахман Ғөбәйҙулла улы 1931 йылда Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылында тыуған. Тыл һәм педагогик хеҙмәт ветераны. 54 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы була улУҡытыусыларҙың уҡытыусыһы була ул
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы була ул

Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесте Йомағужа (хәҙерге Күгәрсен) районының Теләүембәт мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Унда ул үҙенең икенсе яртыһын – йәш уҡытыусы Роза Мансур ҡыҙын осрата. Өйләнешәләр, өс ҡыҙҙары тыуа. Өлкәне Рида Бөтә Союз халыҡ хужалығы финанс-иҡтисади институтын тамамлаған, РФ Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Иҡтисади хәүефһеҙлек академияһында эшләй, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһында доцент вазифаһында уҡытҡан, үҙенең ғилми хеҙмәттәре бар; икенсе ҡыҙы Ләлә Өфө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң Яңы Хвалын, Ҡалдар мәктәптәрендә уҡыта, һуңынан Мәскәүҙә белемен камиллаштырып, “Башхлебопродукт” системаһында эшләй; өсөнсө ҡыҙы Эльмира Свердловск халыҡ хужалығы институтында белем алғас, Яңы Чебоксар ҡалаһында, артабан Өфөлә эшләй.

 Һуғыш һәм унан һуңғы осорҙа колхозда эшләгәнде иҫәпкә алмағанда, күп ғүмере - 47 йыллыҡ хеҙмәт юлым Теләүембәт мәктәбендә үтә.  Ҡатыны ла шунда эшләй

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас