Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҒАРИФ
12 Июль 2023, 09:20

“Ҡайҙарҙа һеҙ, һабаҡташтар, егеттәр-ҡыҙҙарыбыҙ...”

Бер мәктәптә уҡып, бер һуҡмаҡтан йөрөгән класташтар туғандар һымаҡ яҡын була. Хатта тиҫтә йылдар үткәс тә уларҙы һағынаһың, юҡһынаһың... Ошо көндәрҙә Күгәрсен урта мәктәбен 40 йыл элек тамамлаған һабаҡташтар осрашты.

“Ҡайҙарҙа һеҙ, һабаҡташтар, егеттәр-ҡыҙҙарыбыҙ...”“Ҡайҙарҙа һеҙ, һабаҡташтар, егеттәр-ҡыҙҙарыбыҙ...”
“Ҡайҙарҙа һеҙ, һабаҡташтар, егеттәр-ҡыҙҙарыбыҙ...”

Улар уҡыған йылдарҙа мәктәп иҫке бинала урынлашҡан була. Дүрт  класс һәм бер кордиорҙан торған корпуста уҡый улар.

1983 йылда мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙарҙың, хәҙер инде олпат ағайҙар һәм апайҙарҙың һәр береһе дүрт тиҫтә йыл ғүмер эсендә тормошта үҙ урынын тапҡан, үҙ иштәрен табып, ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән.  Сәстәренә сал төшһә лә, йәштәрсә йәшәү дәртен юғалтмаған, гөрләтеп донъя көткән  был йәш сырайлы апай-ағайҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!!!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас