

Сәйәхәтселәр иң тәүҙә Ейәнсура районында урынлашҡан Ямашлыла туҡталған. Артабан Йылайырҙа булып, Шәйхазада Бабич һәйкәленә баш эйәгән. Артабан Баймаҡ раойнында булып, алтын йыуған ерҙәрҙе, Граф күлен күргән.
Талҡаҫ күле уларҙы ҙурлығы, таҙалығы менән таң ҡалдырған. Ирәндек тауҙарының матурлығына ла һоҡланандар. Балалар рәхәтләнеп ял иткән, һыу ингән. - Ошо походты ойошторған директорыбыҙ Радмир Мөхәммәт улына, водителебеҙ Рөстәм авзыйға, уҡытыусыларыбыҙ Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙына, Айгөл Әбдрәхим ҡыҙына, беҙгә юлда терәк булған Наил Сәит улына оло рәхмәт, - тиҙәр уҡыусылар.