Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
16 Июнь 2023, 04:36

«Тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ»

Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы Илғолова (Ишемғолова) 1931 йылдың 7 декабрендә Күгәрсен районының Бикес ауылында тыуған. 1948-52 йылдарҙа Мораҡ башҡорт педагогия училищеһендә белем ала. Хеҙмәт биографияһын Үрген балалар йортонда башлай. 1953-1958 йылдарҙа Дауыт-Ҡайып ауылында, 1958-1964 йылдарҙа Хоҙайбирҙе ауылдарында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 1964 йылда тормош иптәше Зөфәр Мотиғулла улы Илғоловты Тәүәкән һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға ебәрәләр. Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы шул йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем (1987 й.) ошо мәктәптә башланғыс кластарҙа белем бирә.          Мәғариф өлкәһенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, 1973 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнә. Зәйтүнә Илғолова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл советы депутаты булып та һайлана.  Тормош иптәше Зөфәр Мотиғулла улы менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына сығара улар. Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы 88 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.

Мин был мәҡәләмде үҙе иҫән саҡта, уның менән ҡапма-ҡаршы ултырып, хәҙерге йылдар бейеклегенән ҡарап, әңгәмәләшеп ултырып яҙырмын тигәйнем. Өлгөрмәнем... Һирәкләп кенә ауылға ҡайтҡанда “Һаумыһығыҙ апа, хәлдәрегеҙ нисек”тән ары китмәне беҙҙең осрашыу. Күреп ҡалһа, мәктәп йылдарындағылай яғымлы йылмайып ҡосоп алыр ине...
         Бала саҡ хәтирәләренән генә торған яҙмам рухыңа доға булып барып етһен, Зәйтүнә апа!
         Һәр кешенең яҙмышына тәүге уҡытыусыһының йоғонтоһо ҙур ул. Ҡасандыр бала күңеленә сәсеп ҡалдырған изгелек орлоҡтарының нисек һәм ҡасан шытып сығыуы тап тәүге уҡытыусынан тора.
         Беҙ үҫкәндә ауылда балалар баҡсаһы булманы. Атай-әсәй тәрбиәһенән тура тәүге уҡытыусы ҡулына эләктек. Хәҙер уйлап ҡуям: ҡырағай ғына булғанбыҙҙыр, күрше тирә-яҡ балалары менән генә уйнап үҫкән балаларҙы бер коллективҡа туплап, ойоштороп алып китеүе тәүге уҡытыусыларға, ай-һай, еңел булмағандыр.
         Хәтеремдә, күрше Зилә апай мәктәптән ҡайтышлай инеп: “Сәлимә иртәгә өйрәнсеккә килһен, тип әйттеләр”, - тип китте. Шул тиклем тулҡынланғанымды! Ашап ултырған ашым аш түгел, ырғып төшөп нишләргә белмәй йүгереп йөрөнөм. Иртәгәһе көндө саҡ көтөп алдым!
         Тыуҙы ул оҙаҡ көткән көн. Минең кеүек баҙнатһыҙ ғына балалар әсәләрен етәкләп класҡа индек. Шул тиклем яғымлы, ыҫпай кейенгән апай ҡаршы алды. Беҙгә ҡарап ихлас йылмайҙы һәм тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо. Арабыҙҙа ниндәйҙер йылылыҡ урынлашты һәм был хис-тойғо бер ҡасан да беҙҙе ташламаны. Был беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы Илғолова ине.
Ҡояшлы беренсе сентябрь иртәһе… Мин китап-дәфтәрҙәремде һалған портфелемде арҡама аҫып, бер ҡулыма сәскә бәйләмен тотоп, беренсе тапҡыр мәктәп һуҡмағынан атланым. Беренсе класҡа яратып өлгөргән Зәйтүнә апабыҙҙы һағынып йыйылдыҡ. Ул шул тиклем изгелекле, һөйкөмлө, һәм һәр ваҡыт йылмайып йөрөй ине. Ә уның тауышы ниндәй ине! Әсәйҙәрҙеке кеүек яғымлы, тынысландырыусы...
         Зәйтүнә Хәлил ҡыҙының беҙҙе уҡытҡан дәрестәрен әле лә иҫләйем. Класыбыҙҙа ун ете бала. Ун ете яҙмыш, ун ете холоҡ. Һәр беребеҙгә асҡыс таба алды ул.
Оло сабырлыҡ менән уҡырға, яҙырға, тәбиғәтте, тыуған ерҙе, телде яратырға, кешеләрҙе аңларға, кешелекле, инсафлы, тәрбиәле булырға өйрәтте беҙҙе. Тәртипкә өйрәтеүсе, белем иленә сәйәхәткә әйҙәүсе, иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы ла ине ул. Беҙҙең өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ булды.
         Хәтирәләрҙе барлайым. Класташтарым менән мәктәп ҡапҡаһынан уның килгәнен көтәбеҙ. Оло тыҡрыҡтан күтәрелеп мәктәп яғына ыңғайлауы була беҙ кемуҙарҙан ҡаршы йүгерәбеҙ! Кем өлгөрә - апаның сумкаһы шуға эләгә. Уҡытыусының сумкаһын тотоп класҡа инеү шундай ғорурлыҡ булғандыр инде. Уҡытыусыбыҙ, тыҡрыҡҡа үк килмәгеҙ, мәктәп ишек алдында ҡаршы алһағыҙ ҙа етә, сумкам ауыр, тип бирмәҫкә маташһа ла тыңлау юҡ. Үҙебеҙсә уға ҡарата һөйөүебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы шулай күрһәткәнбеҙҙер.
         Кеше ғүмере бер мәл генә бит ул, үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Эшләгән эштәрен, ҡылған изгелектәрен башҡалар рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алһа, ғүмере бушҡа уҙмаған икән, тиергә булалыр. Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы тап шундай кешеләрҙең береһе, уҡыусылары күңелендә ихтирам яулаусы ысын Уҡытыусы!

Сәлимә Байгилдина.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

«Тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ»
«Тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ»
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас