Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Июнь 2023, 09:25

“Донъяла ике һөнәр генә Хоҙайҙан: береһе табип, икенсеһе – уҡытыусы...”

Оҙаҡ йылдарҮрге Ҡыйғы мәктәбендә эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәмилә Шәфәғәт ҡыҙы Хөрмәтуллина сығышы менән Күгәрсен ауылы ҡыҙы. Яҙмыш еле уны алыҫ Ҡыйғы яҡтарына ташлаһа ла, һәр ваҡыт тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнештә. Гәзит уҡыусылар ҙа уның шиғырҙары менән яҡшы таныш. Бөгөн беҙ Йәмилә Шәфәғәт ҡыҙы менән уҡытыусы һәм остазлыҡ тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

- Быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылын ниндәй кәйефтәр менән ҡаршылайһығыҙ?

- Һис шикһеҙ, яҡшы кәйефтә. Уҡытыусының кәйефе, минемсә, гел яҡшы булырға тейеш. Сөнки һәр хис-тойоғо, һәр хәл-торош йөҙҙә  сағыла һәм шунда уҡ тирә-йүндәгеләргә күсә. Ә уҡытыусы  күңелендә өсөн иң тәүҙә - яҡшы кәйеф, күңел тыныслығы, үҙ эшеңдән ҡәнәғәтлек, балаларға мөхәббәт булыуы мөһим.

Ағымдағы уҡыу йылын яҡшы кәйефтә ҡаршы алыуымдың күп сәбәптәре бар, шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - күптән түгел генә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы"тигән юғары исемгә лайыҡ булыуым. Әммә быға тиклем үк минең педагогик эшмәкәрлегенм Рәсәй кимәлендә лә, күршебеҙ Татарстан, Удмурт республикалары хөкүмәттәре тарафынан да юғары баһаланды. Ләкин һуңғыһы минең өсөн айырыуса ҡәҙерле, сөнки 47 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлегем нәҡ  Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә бағышланды.

- Исемле йылдың төп маҡсаттарын һәм бурыстарын нимәлә күрәһегеҙ?

- “Исемле йыл” термины минең өсөн шартлы ғына төшөнсә.

Ғөмүмән алғанда, тормош ағышында - мәктәп тормошо, уҡыу-уҡытыу, белем биреү, тәрбиә процессы ул –мәңгелек хәрәкәт. Һәр йыл уҡыусыларыбыҙға аттестаттар тоттороп, киләсәгебеҙгә ҙур өмөттәр бағлап, үҙ аллы тормош юлына оҙатабыҙ. Яңы уҡыу йылын яңы маҡсаттар, яңы бурыстар менән ҡаршылайбыҙ.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте тарафынан йылдарға исем биреү үҙенсәлекле күренешкә әйләнде. “Ғаилә йылы”, “Тәбиғәтте һаҡлау йылы”, “Әҙәбиәт һәм сәнғәт йылы” һәм башҡа, һәм башҡа... Ныҡлап,  төптәнерәк уйлап ҡараһаң, уларҙың барыһының да башланғысында уҡытыусы хеҙмәте ята. Йәмғиәтебеҙҙең үҫешендә сәләмәт рухлы, теүәл аңлы, яҡты зиһенле, һәр өлкәлә тормошобоҙҙо алға әйҙәп барыусы шәхес тәрбиәләүҙә уҡытыусы һәм остаз роле  баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Һәр тыуып торған яңы йылдарҙы “Уҡытыусы һәм остаз йылы “ тип рәсми рәүештә атамаһаҡ та, һәр йылдың уҡытыусы йылы, уның хеҙмәте менән тығыҙ бәйләнештә булыуын кем дә инҡар итә алмаҫ, минеңсә. Сөнки, уҡытыусы - бөтә һөнәрҙәргә орлоҡ һалыусы.

 

- Кем ул остаз? Һеҙҙең остаздарығыҙ бармы?

-  Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин  уҡытыусы һәм остаз төшөнсә араһында ҙур айырма күрмәйем. Ни өсөнмө? Уларҙың икеһен дә  бер үк маҡсат-  балаларҙы белемле итеү, киләсәктә һөнәр һайлағанда  дөрөҫ йүнәлеш биреп, йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләү - берләштерә.

 Уҡытыусы уҡыта, белем бирә, ә остаз шул белемдәрҙе тормошта ҡулланыуға йүнәлеш күрһәтә.

Мин, мәҫәлән, мәктәптә, БДУ-ла белем биргән бер уҡытыусымды ла онотманым. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен.

Ә ижадҡа килгәндә инде, университетта уҡығанда “Аҡсарлаҡтар” ижад түңәрәген шағир Назар ағай Нәжми етәкләне. Бына уны ижади остазым тип әйтә алам.  

 

- Тәүге уҡытыусығыҙҙы иҫкә алаһығыҙмы? Кем ине ул?

- Беләһегеҙме, минең беренсе уҡытыусым кем? Ул минең әсәйем – Псәнчина Нәзифә Һаҡый ҡыҙы. Башҡорт ғилеменә бик күп ғалимдар биргән Псәнчин Вәли Шаһиғәле улының  нәҫеле тураһында яҡташтарымдың иҫенә төшөрөү кәрәкмәйҙер, был данлыҡлы затты республикала ла яҡшы беләләр.

Ҡасандыр әсәйебеҙ ҙә уҡтыусы булыу теләге менән, иптәш ҡыҙын эйәртеп, Темәс яҡтарына сығып киткән. Тик шул йылдарҙағы аслыҡ, етешһеҙлек уҡырға мөмкинлек бирмәгән, ул кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған.

 Һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ, йор һүҙле, йыр-моңға әүәҫ әсәйебеҙ башҡорт һәм татар халҡына уртаҡ булған рухи байлыҡтарыбыҙҙы, динебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, беҙгә, алты балаһына төшөндөрөп, уларҙы белеү кәрәклеген аңлатып, атайыбыҙ Маннанов Шәфәғәт Насретдин улы менән бергә үҫтерҙеләр, тәрбиәләнеләр, юғары белем биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Уларҙың йөҙҙәренә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәнек.

Бик борондан уҡымышлы, белемле, тирә-яҡта ҙур абруй ҡаҙанған данлыҡлы ырыуҙан булған әсәйебеҙ Нәзифә Һаҡый ҡыҙы Мәжит Ғафури, Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын яттан һөйләп, көйләп уҡый ине.

Туҡайҙың “Бала менән күбәләк” шиғырындағы күбәләк һүрәтен аҡ ҡағыҙға төшөрөп күрһәткәне әле лә күҙ алдымда тора. Шунда ҡулыма беренсе тапҡыр ҡәләм тотторғаны ла бөгөнгөләй хәтеремдә. Минең үҙемсә кеше һүрәте төшөрөргә тырышыуымды күреп, шатланып, эшемде ҡеүәтләп, ярҙам итеп тә ебәрә ине. Нәҡ шул һабаҡтан башлап һүрәт төшөрөү яратҡан шөғөлөмә әйләнеп китте.

Бик иртә хәреф танып, уҡый башланым. Әсәйбеҙҙең туғандары араһында ҡурайсылар, гармунсылар, баянсылар, бейеүселәр, һәр һүҙҙе шиғыр менән генә һөйләгән сәсәндәр бар ине. Бына был матур сифаттарҙы әсәйебеҙ бөтә балаларына ла бирә алған. Бөгөнгө көндә иҫән булған дүрт балаһы ла ана шул байлыҡтарҙы үҙ балаларыбыҙға тапшыра алыу бәхетендә йәшәйбеҙ. Ә әсәйебеҙгә был сифаттар, әлбиттә, Нәфисә ҡартинәйебеҙ аша бирелгәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.

Ул - мәҙрәсәлә мөғәллимәлек иткән. Эш хаҡын ул ваҡыттарҙа батша алтынлата түләгән. Ата-бабалары ла боронҡо башҡорт аттарының яҡшы нәҫелен үрсетеп, әрмегә тапшырып торған булғандар, шуның өсөн уларҙың нәҫелендәге егеттәрҙе батша ғали йәнәптәре 25 йыллыҡ хеҙмәттән азат иткән. Бына шундай бай тарихлы, милли аңы сәләмәт булған даирәлә тыуып-үҫкән әсәйебеҙ.

Махсус белеме булмаһа ла, тормош һабаҡтары аша үҙе күтәрелгән, тормошта үҙ урынын тапҡан, аралашҡан кешеләре уға тиңләшергә тырышҡан. Әле лә уның изге эш-ғәмәлдәре онотолмай, уның менән бер осорҙа йәшәгән туғандары, дуҫтары хөрмәтләп һаман да иҫкә алып торалар.  

Әсәйебеҙҙең яҡын әхирәте Фатима апай Ваһапова минең башланғыс кластарҙа уҡытты. Ул беҙгә йыш ҡына килеп йөрөнө, мин әсәйем өйрәткән хәрефтәр аша байтаҡ ҡына уҡый –яҙа белеп, уға тыршылығымды күрһәтәм. Мәктәпкә әҙерлегемде күргәс, уҡырға бирергә кәңәш итте.

Тәнәфестә беҙ коридорҙа шаярып, нишләргә белмәй йүгерешеп йөрөмәнек, синыфта яҡшыраҡ уҡыған уҡыусылар рәтендә булғандар, йомшағыраҡ синыфташтарҙы тәнәфестә уҡырға, яҙырға өйрәтә инек. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең дә уҡыу, яҙыу шымара төшкәндер инде, уҡыу алдынғылары рәтендә булып киттем.

Бер көндө матур яҙыу дәресендә бер хәрефте яңылыш буяп, юйып төҙәтәм тигәндә, дәфтәрем тишелеп сыҡты ла, Фатима апай ҙур “3” билдәһе ҡуйҙы. Мәктәптән ҡайтҡанда, был хәлде ҙур ваҡиға итеп, синыфташтарым, осраған береһенә: “Йәмилә “3”-лө алды!”- ти ҡысҡырып ҡайтҡандары хәтерҙә ныҡ һаҡланған. Шунан ары инде минең өсөн был билдә насар билде булып иҫәпләнде. Ә шулай ҙа аттестатымда бер өслөм булды. Алгебранан...

 

- Уҡытыусыларығыҙ биргән тормош һабаҡтары күп булдымы?

- Уҡытыусыларым, остаздарым тураһында һүҙ йөрөткәндә, мин уларҙың барыһынан да уңдым тип әйтә алам. Бөгөнгөләй күҙ алдына килтереп, ҡәҙерләп иҫкә алам. Улар биргән белем һәм тормош һабаҡтары әле лә минең менән йәнәш атлайҙар. Шул ҡиммәттәрҙе балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, бүлә-бүләсәрҙәремә тапшыра алыу шатлығында йәшәүем һәм эшләп йөрөү бәхетендәмен, шөкөр.

Мин мәктәптә башлыса гуманитар фәндәрҙе яратып өйрәндем. Әйтеүемсә, барлыҡ предметтарҙан да белемле, үҙ эшенә ғашиҡ булған, балаларҙы үҙ балаларындай яҡын күргән уҡытыусылар уҡытты беҙҙе.

Һис икеләнмәйсә әйтәм: Күгәрсен урта мәктәбе – беҙҙең тәү университет булған! Кемдәр генә сыҡмаған беҙҙең белем усағынан! Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән 4-8 синыфтарҙа танылған татар шағиры Мәжит ағай Рафиҡов ауылыбыҙға ҡайтып, уҡыусылар өсөн иҫтәлекле осрашыуҙар үткәрә ине.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, немец илбаҫарҙары ҡулына эләгеп, бик күп михнәттәр күргәне,  аяныслы ваҡиғалар тураһында асыу-нәфрәт менән һөйләгән шиғырҙары ныҡ тәьҫир итә торғайны. Әҙәбиәттә, шиғриәттә ярайһы ғына танылыу алған Мәжит ағай мәктәп баҡсаһына иҫтәлекле алма ағасы ултыртҡан минуттарҙа, мәктәптең иң алдынғы пионер отряды сафында булыуымды, шул ағас үҫентеләренә һыу ҡойоп йөрөгәнемде әле булһа ғорурланып иҫкә алам, онотмайым. Ул урында хәҙер иман йорто ултыра. Тимәк, алмағастар ҙа  юҡҡа ултыртылмаған.

1970 йылдарҙа Күгәрсен урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен Мәжит Рафиҡовтың  туғаны Зөлхизә Рәхмәт ҡыҙы Рафиҡова уҡытты. Уҡытыусыбыҙ татар теле генә тип торманы, талабы көслө булды. Мәктәп йылдарында әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыусы ул булғандыр.

“Хеҙмәт –бәхет шишмәһе”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәтте мин нисек аңлайым?”, “Ауылымдың шишмәләре” кеүек темаларға инша яҙғаныбыҙҙы ла онотмайым. “Хеҙмәт-бәхет шишмәһе” тигән иншамды класс алдында ҡысҡырып уҡыны.

9-10 кластарҙа Ҡазан дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡан йәш белгес Ниғмәтулла ағай Ваһапов уҡытты.Аҙаҡ беҙ уның менән бергәләп, 2005-2007 йылдарҙа  “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Уҡытыусы – уҡытыусы уҡыусыһы” ярышында ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ. Педагогик хеҙмәт тарихында остазлыҡтың юғары һәм бик һирәк осрай торған матур күренештәренең береһе тип атап булыр ине быны.

Юғары кластарҙа Нәйлә Ғәли ҡыҙы Хәлитова уҡытты. Әллә ҡайҙан пластинкалар табып, Пушкиндың  “Евгений Онегин”ынан романстар йырлатып, дәрестәрен бай һәм эстәлекле итеп үткәрә торғайны.

 Татар теле, тарих, рус теле дәрестәре – яратҡан дәрестәрем булды.

Китап уҡырға яраттым. Донъя менән китап аша таныштыҡ. Кәрәсин лапмаһы яҡтыһында, төндә юрған аҫтында фонарик менән яҡтыртып уҡый торғайныҡ. Ғаиләбеҙ матди яҡтан иркен йәшәмәһә лә, атайыбыҙ бик күпләп газет-журналдар алдырҙы. “Ағиҙел”, “Пионер”, “Һәнәк” һәм башҡа баҫмаларҙы ҡунаҡ көткән һымаҡ көтөп ала инек. Ул баҫмаларҙың мине әҙәби донъяға яҡынайтыуҙа йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр. Апайҙар, әсәйҙәр кис ултырған саҡта шул журналдарҙағы оҙон-оҙон әҫәрҙәрҙе минән ҡысҡырып уҡыталар ине. Үҙенә күрә бындай әҙәби уҡыу алымы минең күңелемдә эҙ ҡалдырған, күңелемә әҙәби ойотҡо һалғандыр, күрәһең.  Ә тарих дәрестәренә булған ҡыҙыҡһыныуҙың башы, һис шикһеҙ, ҡәртәсәйем Нәфисәнәндер тип уйлайым.

Октябрь революцияһынан һуң ҡартатайым Һаҡыйҙың ғаиләһен кулаклыҡта ғәйепләп, себергә  оҙатырға ҡарар ҡылғандар. Кулак булмаған улар, үҙ тырышлыҡтары менән етеш йәшәгәндәр. Шуғалырмы, мал-мөлкәтен, аттарын тартып алғандар ҙа, үҙҙәрен ауылда ҡалдырғандар.

 Ҡәртәсәйем Нәфисә Ленин менән бер йылда тыуған. Ленин 1924 йылда 54 йәшендә үлеп китһә, ҡәртәсәйем 108 йәшендә намаҙлыҡта ултырған килеш баҡыйлыҡҡа күсте.  Үлгәнсә дин юлында йөрөнө, советтарға үҙ ҡарашы булды, ҡаршы ла һөйләмәне, хупламаны ла.

Мине яратты, ныҡ яҡын күрҙе. 100 йәше тулғас, яңы сыҡҡан тештәрен дә миңә генә күрһәтте. Бындай хәтирәләр бик күп, барыһын да һөйләп бөтөрөп тә булмай. Әммә ентекләп яҙыуымдың сәбәбе – кешенең шәхес булып формалашыуында бала тыуғандан алып уны уратып алған мөхиттең ни тиклем дә ҙур роль уйнауында икәнлеген аңлатырға тырышыу. Яҡындары ғына түгел, аралашҡан кешеләре, тарихи үҙгәрештәр, хәл-ваҡиғалар ҙа әһәмиәткә эйә.  Ул ғына ла түгел, кешелек ҡиммәттәрен киләсәк быуын өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлап, быуындан-быуынға күсерә белеүҙә лә. Әгәр ҙә мин был хаҡиҡәтте ҙур ҡәнәғәтлек менән аҡ ҡағыҙға төшөрөп ултырам икән, минең ата-бабаларым үҙ миссияларын дөрөҫ һәм теүәл үтәй алғандар тигән һүҙ, улар ҡалдырған тормош һабаҡтары бөгөн миңә ғаилә тормошонда, уҡыусыларымды туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың рухи байлыҡлары нигеҙендә тәрбиәләгәндә, уҡытҡанда, әлбиттә, иң файҙалы сығанаҡ булып тороуына шигем юҡ.

 

- Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ? Үкенгәнегеҙ булманымы?

- Минең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм урынлы һорау был. Үҙе бер тарих. Әсәйем бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған, беренсе яратҡан кешеһе лә уҡытыусы булған уның. Балалары араһында ла кемде лә булһа уҡытыусы итергә тырышты. Гүзәл апайым  унынсыны тамамлағас, БДУ-ның рус –татар бүлегенә уҡырға инде. 1971 йылда инде ул өсөнсө курста ине, ә мин урта мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына инер өсөн документтар юллап, йә музыкант, йә рәссам булырға хыялланып йөрөгән сағым. Ул саҡта яҡшы ғына һүрәт тә төшөрәм, баянсы Ишкилдин Баязит ағайыбыҙға эйәреп, гармун-баянды шартлатып уйнаған саҡ, мандолина, ҡумыҙ сиртеп уйнау бер ни тормай, бейеүгә, йырға дәрт етәрлек. Тик әсәй ҡаршы. Артистар даирәһенең уға оҡшамаған яҡтарын һанап китте бер заман, апайымдың янына уҡырға бараһың тип ҡәтғи генә теләген белдерҙе.  Ә шулай ҙа ике арала ҡалып, нишләргә икән тип аптыранып, өлкән ағайҙарға Салауатҡа барып төштөм.

Трамвай юлына ҡаршы ғына торалар. Ҡалала музыка училищеһы барлығын электән ишетеп белә инем инде, әсәйем мине унда 8-ҙе тамамлағас та, ебәрмәҫкә тырышҡайны. Фәрғәт ағайҙың да Салауатта техникумда уҡып йөрөгән ваҡыты. Мине эҙләп, Гүзәл апайым килеп инде. Апайым ай-вайыма ҡарамайса мине Өфөгә алып китте. Поездан төшкәс, университетҡа йәйәү мендек.  Музыка училищеһына тип йыйған документтарҙы тапшырып ҡайтып та киттек. Тартҡылашып тороуҙың урынһыҙ икәнен аңлайым, тырышырға кәрәк. Әсәйҙең һүҙен йыҡманым. Алға китеп шуны әйтә алам: үкенмәйем, әсәйемдең һүҙе минең киләсәгем өсөн бик тә урынлы, уның мине уҡытыусы итеп күреү теләге тормошомда ҙур роль уйнаны, уңышлы, һөҙөмтәле булды.

 

- Хәҙерге заман уҡытыусылары менән элеккеләрҙе сағыштырып, нимәләр әйтә алаһығыҙ?

- Тормош урында тормай бит, мәктәп тормошона, уҡытыусы хеҙмәтенә яңылыҡтар иң беренсе булып  килеп инә. Уҡытыусы  үҙе лә һәр саҡ уҡыусы, яңылыҡтар өҫтөндә, үҙ профессияһына ҡағылышлы яңылыҡтар менән танышып, өйрәнеп торорға бурыслы.

 Шунда ғына ул үҫеш тактында үҙ аҙымы тауышын тоясаҡ, эшенең уңышын, һөҙөмтәһен күрәсәк.

 Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөнгө көн шарттарында  уҡытыусылыҡ хеҙмәтен үҙләштергән йәш коллегалар менән өлкән быуын араһындағы айырмалыҡты йә оҡшашлыҡты тулы һәм дөрөҫ итеп күрһәтер өсөн улар менән бер коллективта эшләп ҡарарға кәрәктер. Мин, был йәһәттән, үҙемде яҡшы ғына эксперт тип иҫәпләйем. Сөнки мәктәптә 47 йыл эшләү осоронда миңә уҡытыу һәм мәғариф системаһында ниндәй генә реформа һәм проекттар аша үтергә тура килмәне.

 Тик минең өсөн бер маҡсат, бер тура юл булды: һөнәремә тоғро ҡалыу. Туған телдең яҙмышы, уларҙы мәктәптә уҡытыу кәрәклеге, телебеҙҙең тәрбиә эшендәге оло миссияһын аңлаған осраҡта ғына маҡсатҡа ирешә алыуҙы аңлай инек.

         Эйе, бөгөн туған тел дәрестәре хөкүмәтебеҙ тарафынан етди яҡлауға мохтаж. Әйтәйек, беҙ бөгөн уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙе алдыбыҙға маҡсат итеп ҡуябыҙ икән, был тик туған тел, туған телгә һөйөү аша башҡарыла икәнлеген белеп эш итергә тейешбеҙ. Тарихи берҙәмлек, милли аң, милли асыл һәм башҡа һанап бөтөргөһөҙ шундай күренештәр, сифаттар нигеҙендә, һис шикһеҙ, туған тел ята. Замана уҡытыусылары шуны аңлаһын ине. Һәм  ҡурҡмаһын ине йәштәр был һөнәрҙән. Ә был беҙҙән тора, уҡытыусыларҙан.  Минең иһә бөгөнгө көндә 3 уҡыусым мәғариф юлын һайланы. Был – минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш.

Донъяла ике һөнәр кешеһе генә Хоҙайҙан бирелә: береһе табип, икенсеһе – уҡытыусы.

         - Йәмилә Шәфәғәт ҡыҙы, ваҡыт табып, тыуған яғығыҙҙа сыҡҡан гәзит аша үҙегеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ, уйланыуҙарығыҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

- Рәхмәт! Тыуған яҡтарыма сәләм булып ирешһен: һеҙҙең өсөн бер шәлкем шиғырҙарымды ла тәҡдим итәм!

“Донъяла ике һөнәр генә Хоҙайҙан: береһе табип, икенсеһе – уҡытыусы...”
“Донъяла ике һөнәр генә Хоҙайҙан: береһе табип, икенсеһе – уҡытыусы...”
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: