Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Май 2023, 12:55

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

 Республикабыҙ мәктәптәрендә бөгөн шау-гөр килеп Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Районыбыҙҙа ете белем усағы бөтәһе 90, шул иҫәптән Мораҡ башҡорт гимназияһы үҙе иңдәренә ҡанат ҡуйып, белемле, тәрбиәле итеп үҫтергән 29 “ҡошсоғон” осорҙо.

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...
Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

 Сығарылыш класс уҡыусыларын был тулҡынландырғыс байрамда Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Фәйрүзә Ибраһимова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина тәбрикләп, уларға имтихандарын уңышлы тапшырып, йәндәренә ятҡан юлды һайлауҙарын теләне.

 Осор киңлектәрегеҙ киң, тормош күгегеҙ һәр саҡ имен-аяҙ, атлар юлдарығыҙ аҡ булһын, балалар! 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: