Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Май 2023, 13:37

Алда әле етди һынауҙар

 Мораҡ башҡорт гимназияһында 9-сы класты тамамлаусы 83 уҡыусының күпселеге өсөн дә бөгөн мәктәп ихатаһында һуңғы тапҡыр моңло ҡыңғырау сыңланы.  Яратҡан, хөрмәт иткән ижади ҡарашлы уҡытыусыларыбыҙ, балаларҙың класс етәкселәре Рәсимә Хәлитова менән Тамара Белоклокова байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн эстәлекле, фәһемле класс сәғәттәре үткәрҙе.

Алда әле етди һынауҙар
Алда әле етди һынауҙар

Балалар өсөн йән атып тороусы, оло йөрәкле уҡытыусылар имтихандарҙы уңышлы тапшырып уҡыуын 10-сы класта дауам иттереүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алырға әҙер икәндәрен белдереп, 9-сы кластан һуң төрлө уҡыу йорттарына инергә ниәтләнгән балаларға хәйерле, һикәлтәһеҙ юлдар теләне.

 Алда әле етди һынауҙар... Балаларыбыҙға шул һынауҙарҙы имен-аман үтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә, уй-хыялдарын бойомға ашырырға, ә изге һөнәр эйәләренә ауыр һәм яуаплы хеҙмәттәренең татлы емештәрен генә күреп ҡыуанырға яҙһын! 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: