Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Май 2023, 13:05

Аҡ юл һеҙгә!

 Республикабыҙ мәктәптәрендә бөгөн шау-гөр килеп Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Районда ете белем усағы бөтәһе 90, шул иҫәптән Мораҡ башҡорт гимназияһы үҙе иңдәренә ҡанат ҡуйып, белемле, тәрбиәле итеп үҫтергән 29 “ҡошсоғон” осорҙо.

Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!

 Сығарылыш класс уҡыусыларын был тулҡынландырғыс байрамда Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Фәйрүзә Ибраһимова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина тәбрикләп, уларға имтихандарын уңышлы тапшырып, йәндәренә ятҡан юлды һайлауҙарын теләне.

 Осор киңлектәрегеҙ киң, тормош күгегеҙ һәр саҡ имен-аяҙ, атлар юлдарығыҙ аҡ булһын, балалар! 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: