Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Май 2023, 11:56

Шекспир теленә һөйөү уятып

 Инглиз теле лә, хас башҡорт теле кеүек, моңло йырҙай илаһи, аһәңле яңғырай. Уның нәзәкәтлелеген балалар аңына тик һәләтле, ижади ҡарашлы педагогтар ғына еткерә ала.  Мораҡ башҡорт гимназияһының 1-се категориялы уҡытыусыһы - Исҡужина Гүзәл Камил ҡыҙы тап шуларҙың береһе.  Ғүмеренең 22 йылын мәғариф өлкәһенә бағышлаған изге һөнәр эйәһенең гимназия уҡыусыларын бөйөк Шекспир теленең асылына, нескәлектәренә төшөндөрөүенә ни бары 5 йыл, әммә ҡаҙаныштары һанап бөткөһөҙ.

Шекспир теленә һөйөү уятып
Шекспир теленә һөйөү уятып

 Гүзәлдең ата-әсәһе төптән йәмле Бөрйән еренән, артабан Мәләүезде үҙ итеп, шунда төпләнгән. Гүзәл дә 1975 йылдың йомарт көҙҙәрендә шул ҡалала тыуа, ҡанат нығыта. Уға инглиз теле тәрәнтен өйрәнелгән Мәләүез ҡалаһының 1-се һанлы гимназияһында уҡыу бәхете тейә. Әммә математика, инглиз телендә иркен йөҙгән ҡыҙ мәктәпте бөткәс нишләптер юғары уҡыу йорттарына ымһынмай, бухгалтер һөнәрен һайлай. Тик был өлкәлә эш тапмау сәбәпле (ә мәктәптәрҙә инглиз теле уҡытыусыларына ҡытлыҡ!), уға Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәктәбендә инглиз теленән уҡытырға насип була. Ике йыл хеҙмәт тәжрибәһе туплағас, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. Ә эшен Мәләүез ҡалаһында дауам итә, 5-се, 1-се һанлы мәктәптәрҙә, өҫтәүенә балалар баҡсаһында инглиз телен уҡыта. Шулай итеп уҡытыусы һөнәренә ифрат эҫенә, бар йөрәген балаларға бағышлай.

 2003 йылдың аҡ ҡышында яҙмышын Күгәрсендең булдыҡлы егете – Илфат Фәйзулла улы менән бәйләй. Район үҙәгенән эш тапҡансы Әлмәс ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыта. Артабан гимназияның интернатында тәрбиәсе булып эшләй, ә бер нисә йылдан, ниһайәт, үҙенең төп бурысына ҡайта – башкөлләй уҡытыусы эшенә сумып, балаларҙы сит телде өйрәнеүгә йәлеп итә. Талапсан, ғәҙел уҡытыусыны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Гүзәл Камил ҡыҙының уҡыусылары район, республика кимәлендә уҙған ижади бәйгеләрҙә даими уңышлы сығыш яһай, призлы урындар яулай.

 Намыҫлы мәғариф эшсәне тилбер ҡуллы, таһыллы хужабикә лә, тормош юлдашы өсөн ышаныслы ҡатын да, ике бөркөтө – Илназ менән Илназар өсөн хәстәрлекле әсәй ҙә. Илназ улы атаһы юлын һайлап, әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында уҡый. Мораҡ башҡорт гимназияһының 4-се класында уҡыған Илназар ата-әсәһенең ярҙамсыһы булып тора. Исҡужиндар ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, тынғыһыҙ ауыл эшенән йәм табып йәшәй беләләр.

 Һүҙемде йомғаҡлап, исеме есеменә тура килеүсе ысын һөнәр эйәһенең артабан да эштәре, юлдары гел уң булһын, хеҙмәт емештәре татлы булһын тип теләге килә.

 

 Үҙ эшенә мөкиббән булған оҫта уҡытыусының эшмәкәрлеге һәм татыу ғаиләһе тураһында тулыраҡ яҙманы баҫманың 17-се һанынан уҡырға мөмкин. 

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: