Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Апрель 2023, 12:53

Тел - тере хазина

 Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы, мәҙәни көҙгөһө! Бөгөн, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнөндә, Мораҡ башҡорт гимназияһы ла халыҡ-ара белем биреү  акцияһына дәррәү ҡушылды.  Үҙ теленә битараф булмаған, уға тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡараған балалар һәм өлкәндәр бер рәттән ҡулдарына ҡәләм алып, мәктәп партаһы артына диктант яҙырға ултырҙы.

Тел - тере хазина
Тел - тере хазина

 Диктант яҙыусылар ике төркөмгә бүленде. Беренсеһендә башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, икенсеһендә туған телебеҙҙә иркен аралашыусылар тупланды.

 Беҙ ҙә, коллегам Гөлназ Сәйетбатталова менән, был саранан ситтә ҡалманыҡ. Яратҡан һәм хөрмәт иткән шағирыбыҙ Рауил Бикбаев ижадынан алынған “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тексын яҙып, рухи кинәнес алдыҡ. Тыуған ергә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған бай образлы, моңло йырҙай яңғыраған юлдар ныҡ әҫәрләндерҙе...     

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: