Мораҙым
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Апрель 2023, 12:58

Тәүәкән мәктәбе уҡыусылары ла башҡорт теленән диктант яҙҙы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы быйыл да күтәренке рухта үтте. Кемдер БЮТ каналы аша онлайн яҙһа, кемдер тәғәйенләнгән майҙансыҡтарға ашыҡты. Шулай уҡ һәр мәктәп был акцияны күтәреп алды. 

- Был көн ике мөһим һәм матур сара бергә тура килде. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант һәм Милли кейем көнө. Мәктәптә бындай саралар һәр ваҡыт ниндәйҙер күңел күтәренкелеге менән үтә. Балалар ҡыҙыҡһынып милли кейем тарихы менән таныша, тотоп, кейеп ҡарай. Мәктәп музейында булған боронғо кейем өлгөләре лә ҡыҙыҡлы уларға. Диктантты ла күптәре милли кейемдә яҙырға теләк белдерҙе. Рауил Бикбаевтың "Атайсалым-иң ҙур хазинам" тексы бик йөкмәткеле, тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған, барыһына ла оҡшаны, - ти Тәүәкән мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова.

Тәүәкән мәктәбе уҡыусылары ла башҡорт теленән диктант яҙҙы
Тәүәкән мәктәбе уҡыусылары ла башҡорт теленән диктант яҙҙы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: