Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Март 2023, 09:26

Балалар баҡсаһында - театр аҙналығы

Йомағужа ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында "Театр аҙналығы" үтте. Бәләкәй артистар "Тирмәкәй" әкиәтен оҫта сәхнәләштерҙе.

-  Әкиәттәр уҡыу һәм уларҙы сәхнәләштереү мөһим роль уйнай, балаларҙың аҡыл һәм зиһен үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Улар әҫәрҙе ролдәргә бүлеп сығыш яһарға, үҙзәрен сәхнәлә нисек тоторға өйрәнә. Был йәһәттән, беҙҙең Йомағужа ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында театр аҙналығы иғлан ителеүе бик ыңғай тура килде. Балалар сәхнә өсөн рус халыҡ әкиәте  “Тирмәкәй” ҙе( А. Йәғәфәрова эшкәртеүендә) һайланы. Ата- әсәләре менән бергәләшеп сәхнә костюмдары әҙерләне, афишалар эшләп элдек, бергәләп менән ролдәрҙе ятланыҡ. Дилара - ҡыр сысҡаны, Ралина - тәлмәрйен, Амалия - ҡуян, Азалия - төлкө, Аделия – бүре, Асҡар – айыу ролдәрен бик килештереп уйнанылар. Әкиәттәрҙең тәрбиәүи роле ҙур, дуҫлыҡ һәм берҙәмлектә - көс икәнлегенә инанды кескәйҙәр, - ти балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Әнисә Шәрипова. 

 

Балалар баҡсаһында - театр аҙналығы
Балалар баҡсаһында - театр аҙналығы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: