Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Март 2023, 14:56

Тәрбиәселәргә уңыштар теләйек!

Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында уҙғарылған “Педагог-2023” республика бәйгеһенең муниципаль этабына старт бирелде.  Тантаналы сара Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында үтте һәм ҙур байрам төҫөн алды.  Кескәйҙәрҙең йырға-бейеүгә маһир, сараның бай, оригиналь йөкмәткеле булыуы уҡ “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында ниндәйерәк тәрбиәселәр (педагогтар) эшләүен асыҡтан-асыҡ күрһәтте.

Тәрбиәселәргә уңыштар теләйек!
Тәрбиәселәргә уңыштар теләйек!

 Ниһайәт, йәрәбә һалынды, конкурсанттарҙың ниндәй һан аҫтында, ҡасан, ниндәй төркөмдә дәрестәр күрһәтәсәге асыҡланды; уларға мәғариф етәкселеге, ветерандар матур теләктәрен еткерҙе, еңеүҙәр теләне.

 Әйткәндәй, конкурсанттар Мораҡ ауылындағы “Уралҡай” балалар баҡсаһында һынау тотасаҡ, йәғни бөтә фантазияһын эшкә егеп мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрәсәк. Ә 29 мартта Мораҡ башҡорт гимназияһында мастер-класс күрһәтәсәктәр, бәйгегә 31-е көндө йомғаҡ яһаласаҡ.

 Бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеүсе 7 тәрбиәсегә (улар бар ҙа үҙ эшенең оҫтаһы) уңыштар юлдаш булыуын теләйек!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: