Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Февраль 2023, 16:42

Остаздарыбыҙ менән осраштыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Беҙҙең Яңы Хвалын урта мәктәбендә исемле йылға арнап бик фәһемле сара ойошторолдо. Уға мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ - остаздарыбыҙ, хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ Ишмәтов Ирек Рәхмәт улы, Әлимғужина Эльвера Мирғәлим ҡыҙы, Зәйетова Хәлиҙә Өпөлхаҡ ҡыҙы, Ҡазбулатова Миңлебикә Ғәли ҡыҙы саҡырылды.

Остаздарыбыҙ менән осраштыҡ
Остаздарыбыҙ менән осраштыҡ

Класс етәкселәре остаздар ҡатнашлығында йөкмәткеле класс сәғәттәре үткәрҙе. Унда хаҡлы ялдағы уҡытыусылар үҙҙәренең педагогик хеҙмәт юлы тураһында бәйән иттеләр, уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр, уҡыуҙың ни тиклем кәрәкле икәнен аңлаттылар, уҡытыусы һөнәренә һөйөү, ихтирам уяттылар.Дәрестәр бик фәһемле үтте, балаларҙың йөрәгендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү уянһа, тимәк, беҙ үҙебеҙҙең маҡсатҡа ирешкәнбеҙ.

Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған сараны тантаналы линейка менән дауам иттек.  Мәктәп директоры Айгөл Килсенбаева барлыҡ ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы сәләмләне, хаҡлы ялдағы уҡытысыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, яңы эш башлаған йәш уҡытыусыларға - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Миңлебаеваға, математика уҡытыусыһы Юлай Хөснуллинға, география уҡытыусыһы Айҙар Килсенбаевҡа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡунысбаеваға матур теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Уҡыусылар педагогтарға  бағышлап шиғырҙар һөйләнеләр. Педагогик хеҙмәт ветераны Ишмәтов Ирек Рәхмәт улы йәш белгестәргә, уҡытыусыларға, уҡыусыларға уңыштар теләне.

 Мәктәп директоры Айгөл Килсенбаева йәш уҡытыусылар һәм остаздар ҡатнашлығында “Түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо, йәштәрҙе хаҡлы ялдағы уҡытыусылар менән таныштырҙы, уларҙың хеҙмәт емештәрен һанап үтте. Ә остаздарыбыҙ үҙҙәренең йәш уҡытыусыларға өгөт-нәсихәттәрен, кәңәштәрен бирҙеләр, илһамланып, дәртләнеп эшләргә өндәнеләр. Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдылалар. Түңәрәк өҫтәл йәнле үтте, бөтәһенең дә күңелендә тик йылы хистәр ҡалдырҙы.

Миләүшә ҺӨЙӨНДӨКОВА, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.    

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: